#АбдулхаҡИгебаевҡа_95йыл
09:27 02.07.2025 16+
#АбдулхаҡИгебаевҡа_95йыл
Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл
АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВ (Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев) 1930 йылдың 2 июлендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.
1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.
Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды.
Ижад юлы
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы - «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.
1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.
Абдулхаҡ Игебаев - нигеҙҙә лирик шағир, кешеләрҙе изгелеккә, яҡты күңелелеккә әйҙәй. Аяҡтары уның ерҙә, күҙе – кешеләрҙә, күңеле - донья ғәмендә. Ул халыҡ яҙмышы хаҡында тәрән уйлана, ил хәстәре, ил ғәмдәре менән янып йәшәй, заман менән бергә һулыш ала. Шулай уҡ, шағир күп һанлы шиғри циклдарҙың, ҙур күләмле лиро - эпик, патетик, лирик поэмаларҙың, шулай уҡ уйланыуҙар, борсолоуҙар, хәүеф-хифалар менән һуғарылған ҡобайырҙың авторы.
Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарына күп композиторҙар йыр сығарған һәм данлыҡлы йырсылар уларҙы үҙ репертуарына алған. Мостай Кәрим был турала “Абдулхаҡ Игебаевтың ижад арбаһын пар ат тартып бара. Төптә - уның ололар өсөн яҙылған шиғырҙары. Дуғаһында ҡыңғырауы ла бар. Уныһы – шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары. Уларҙы беҙ ишетеп торабыҙ, зауыҡланабыҙ” - тип яҙғайны.
Күп йылдар дауамында Абдулхаҡ Игебаев балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә ең һыҙғанып эшләй. Уның кесе йәштәге балалар өсөн, мәктәп уҡыусылары өсөн яҙған йыйынтыҡтары бәләкәс дуҫтарыбыҙға яҡшы таныш.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.
Абдулхаҡ Игебаев - Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Абдулхаҡ Игебаев - иң элек тыуған яҡ йырсыһы. Шуға ла уны үҙ илендә яратып уҡыйҙар, һағынып иҫкә алалар, ижадын йөрәк түрендә һаҡлайҙар.
Беҙ- Баймаҡтар бит әле!
Эй, аҡһаҡал, сал тарихтың
Йомғаҡтарын һүт әле,
Ирәндеккә - Йәнтөйәккә
Ҡарағастай тамыр йәйгән
Иң аҫаба, йор башҡорттар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй, ҡорҙашым, хаҡ һүҙемде
Ҡолағыңа кирт әле,
Быуын-быуын булып үрсеп,
Милләтебеҙҙе ҡотайтҡан
Сая рухлы ырыуҙаштар-
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй, яҡташым, әҫәрләнеп,
Моң-сазыңды сирт әле,
Урал ҡурайҙарын уйнап,
Бар ҡитғаның таң ҡалдырған
Йырға- моңға маһир заттар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй һыбайлы, Һаҡмар буйлап
Бер елдереп үт әле,
Ат атланып, яуға сабып,
Ил дошманын еңеп ҡайтҡан
Ҡурҡыу белмәҫ азаматтар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй һылыуҡай, йәшен – ҡартын
Бейеп хайран ит әле,
Иң-иң сағыу йондоҙҙарҙы
Сәхнә күгендә балҡытҡан
Сәнғәткә ғашиҡ таланттар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Эй тыуған яҡ сәхрәләре,
Матур шул иҫ китмәле,
Шундай гүзәл илкәйемдең
Һәр бер тын алышын тойған
Хәстәрлекле бауырҙаштар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Әйҙә, күкрәп сәскә атһын
Дуҫлығыбыҙ түтәле,
Ошо дуҫлыҡ түтәленең
Мәңге шиңмәҫ сәскәләрен
Ел-дауылдан ҡурсыусылар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Заман ауыр, нужалары
Үҙәктәргә үтмәле,
Әммә зарлы донъяны ла
Нурландырырға ынтылған
Ҡояш йөрәкле халыҡтар -
Беҙ - Баймаҡтар бит әле!
Последние новости
Уборка водоохранной зоны озера Культубан Баймакского района 4 июля 2025 г. в 14 часов проводится уборка водоохранной зоны озера
Культубан Баймакского района.
Сибайский территориальный комитет Минэкологии РБ приглашает всех
неравнодушных жителей, волонтеров, а также организации принять активное участие