Гармун моңо йылдар буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, ауыр саҡта күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан, үҙенең сихри моңона бойһондорған
10:11 22.08.2025 16+
Гармун моңо йылдар буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, ауыр саҡта күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан, үҙенең сихри моңона бойһондорған.
21 август көнө Түбәнге Иҙрис ауылы клубы тарафынан "Дәртле гармун"исемле гармунсылар төбәк-ара бәйгеһе булып үтте.
Баймаҡ,Хәйбулла, Әбйәлил, ,Бөрйән райондары гармунсылар ансамбле бәйгелә һынау тотто.
Уларҙы мәртәбәле жюри ағзалары баһаланылар:
-Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улы- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты;
- Хәйрүллин Ильнур Радик улы - Башҡортостандың атҡаҙанған әртисе, Ш.Бабич исемендәге Йәштәр премияһы лауреаты, халыҡ-ара, республика конкурстары лауреаты, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония музыканты;
- Аслаев Ильнур Ринат улы- Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы;
- Биктимиров Хәлил Рәфил улы - Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе баянисы, үҙешмәкәр композитор;
- Атанғолов Азат Ханнан улы - "Рәсәй Федерацияһының иң оҫта гармунсыһы" исеменә ингән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
Бәйге бик күңелле һәм дәртле барҙы. Тамашасылар гармун көйҙәренә ҡушылып йырлап та, бейеп тә алдылар. Иҙрис ауылы клубының "Йәшлек" исемле өлгөлө бейеү һәм халыҡ ҡатындар вокаль ансамблдәре тарафынан әҙерләнгән концерт тамашасыларға хуш килде.
Ниһайәт, сәмле ярыштың һөҙөмтәләре билдәле булды:
1-се урын - Баймаҡ районы, Түбәнге Иҙрис ауылының "Еҙ төймә" халыҡ гармунсылар ансамбле (етәксеһе Р.Ә. Халикова) яуланы;
2-се урын - Баймаҡ районы, Темәс ауылының гармунсылар ансамбле (етәксеһе А.У. Урмантаева) һәм Хәйбулла районының "Үҫәргән" гармунсылар ансамбле (етәксеһе И.Т. Юнысов) бүлештеләр;
3-сө урын - Баймаҡ районы Буранбай ауылынан килгән квартет (етәксеһе Г.А.Әминева) һәм Әбйәлил районының, Амангилде ауылынан ветерандар ансамбле (етәксеһе С.Ф. Шаһбалов) яуланылар.
Гран-приға Хәйбулла районының "Еҙ төймә" гармунсылар ансамбле (етәксеһе Г.М. Үлтрәков) лайыҡ булдылар
Номинациялар түбәндәгесә бүленде:
- "За сохранение народных традиций" һәм Башҡорттар ҡоролтайы дипломы менән Бөрйән районының Яңы Мүсәт ауылынан килгән дуэт Мөхәррәм Ҡасҡынбаев һәм Гүзәл Сөләймәнова бүләкләнделәр;
- "За оригинальное исполнение" - Әбйәлил районының Талҡусҡар ауылынан килгән "Ҡыҙылым" исемле трио (етәксеһе Сәвиә Дәүләтбаева) яуланылар;
- Әбйәлил районынан килгән Салауат Мусин Башҡорттар ҡоролтайы дипломы менән бүләкләнде.
Шулай уҡ бөтә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр , жюри ағзаларына рәхмәт хаттары тапшырышлды.
Барлыҡ бәйгелә ҡатнашыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Фотолар: https://clck.ru/3Nnijc