18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

"Толпар" балалар баҡсаһында яҡташыбыҙ, балалар, үҫмерҙәр, өлкәндәр яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы

21:06 12.11.2023 16+
1129
"Толпар" балалар баҡсаһында яҡташыбыҙ, балалар, үҫмерҙәр, өлкәндәр яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе, Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафина менән "Бала саҡ эҙҙәре буйлап... " исемле осрашыу үтте.

Сарала яҙыусы үҙенең тормош юлы, ижады менән таныштырҙы.Яҡташыбыҙ, режиссер, Башҡортостан кинематографистары етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Мөхәмәтйәрованың яҙыусының "Өс теләк" исемле әкиәтен балалар оло ҡыҙыҡһыныу менән ихлас тыңланылар.

Мәктәпкә әҙерлек төркөмө " Айыухан төҫтәр өйрәнә "әкиәтен сәхнәләштереп шатландырҙы. "Хәйерле иртә! "китапсығындағы шиғырҙарҙы яттан һөйләгән ҡыҙҙарға ла һоҡланмау мөмкин түгел ине. Һәр сығыштан һуң Гөлнара Дамир ҡыҙы балаларға осрашыуҙан яҡты иҫтәлек итеп китаптарын бүләк итте.

Бөтә төркөмдөң "Ҡояшлы ил" йырын башҡарыуы байрамға айырыуса йәм өҫтәне.

Ҡунаҡтарға бүләк ителгән "Толпар" балалар баҡсаһының символы- даға Баймаҡ ерлегендә үткән осрашыуҙы оҙаҡ йылдар хәтерләтеп торор әле тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Оставить сообщение