18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#ҠурайКөнө

20:34 10.10.2025 16+
238
#ҠурайКөнө
#ҠурайМоңоХалҡымТарихында
#Аҡморонауылкитапханаһы
Ҡурай-башҡорт халҡының рухи байлығының айырылмаҫ өлөшө булып ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған оло аманат. Ул элек-электән башҡорт халҡының һағышын да, шатлығын да, ҡайғыһын да, данлы еңеүен дә көйләгән.Ҡурай моңо – беҙҙең рухи донъябыҙҙың ысын – ысынында бөйөк һәм сағыу бер күренеше, милләтебеҙҙең мәңгелек хазинаһы.
Башҡорт ҡурайы көнөнә ҡарата Ағинәйҙәр, Яран гөл ансамбле, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Ҡурай моңо–халҡым тарихында" исемле сара үтте.

Сара ла рухыбыҙға көс биреүсе – башҡорт халҡының иң билдәле йырзарының береһе "Урал" йырын Фаягөл Таулыҡаева йырлап ишеттерзе.

Башҡорт халҡының төп музыка ҡоралы ҡурайҙың барлыҡҡа килеү тарихы  тураһында риүәйәт тыңланылар. Районыбыҙҙың мәшһүр ҡурайсыларын иҫкә алдыҡ.

Әҙәби сара, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың «Йомабай ҡурайы» исемле шиғыры менән тамамланды.

Мәңге йәшәр ҡурай,

Ул- үлемһеҙ:

Ул башҡорттоң йәшәй аңында,

Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,

Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында!..
Оставить сообщение