Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
13:48 15.10.2025 16+
Бөгөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
Ҡояштан иртә торабыҙ -
Таңдар бәхет өләшә.
Беҙҙең уңғанлыҡҡа хатта
Бал ҡорттары көнләшә.
Тауыҡ сүпләп өлгөр(ә)алмаҫ
Бөтмәҫ мәшәҡәтлебеҙ
Ҡош-ҡорт, мал-тыуар, баҡсалы
Ауыл ҡатындары беҙ.
Башта яулыҡ, өҫтөбөҙҙә
Балитәкле күлдәктер.
Ялбыр баштар, ялтыр боттар
Арабыҙҙа һирәктер.
Ҡояштай көләс йөҙөбөҙ
Болотламай ҙа хатта.
Әйтерһең ҡайғы-хәсрәт юҡ
Ярыҡ үксәнән башҡа.
Баҡса үҫә, ҡош-ҡорт уңа,
Һөт-ҡаймаҡ ағып тора.
Йәшәйбеҙ беҙ рәхәтләнеп,
Эштән йәм табып ҡына.
Йәмле йәйҙә ҡунаҡ түгел,
Себен генә ҡаҡшата.
Ауыл һағынып ҡайтҡандар
Беҙҙе бигерәк ярата.
Итәк тулы бала-саға,
Ейәндәр, ейәнсәрҙәр -
Бер өҫтәл булып, гөрләшеп,
Эсәбеҙ тәмле сәйҙәр.
Эштән арып ҡайтҡан иргә
Әҙер ҡайнар ашыбыҙ.
Әҙер ҡайнар мунсабыҙ, һәм...
Һәм ҡайнар ҡосағыбыҙ.
Иңебеҙҙә мең мәшәҡәт,
Бирешмәйбеҙ барыбер.
Тос беләкле, саф йөрәкле
Ауыл ҡатындары беҙ.
Миләүшә Ҡыҙрасова
Последние новости
Почему в 2025 году изменились суммы налогов на имущество? Налоговые ставки и льготы (включая налоговые вычеты из налоговой базы) устанавливаются нормативными правовыми актами различного уровня:
- по транспортному налогу: главой 28 НК РФ ( https://clck.ru/3PhP6y ) и законами субъектов Российской Федерации по