18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

17 октябрь Баймаҡ ҡалаһында республика полилингваль дөйөм белем биреү ойошмалары, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм педагогтары өсөн “Уңыш

16:51 20.10.2025 16+
423
17 октябрь Баймаҡ ҡалаһында республика полилингваль дөйөм белем биреү ойошмалары, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм педагогтары өсөн “Уңыш формулаһы” тип аталған республика полилингваль фестивале үтте. “Толпар” балалар баҡсаһында фестивалдең "Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында балаларға полилингваль белем биреү" секцияһы эшләне. Фестивалдә Урал аръяғы райондары мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының полилингваль төркөм педагогтары һәм мәртәбәле ҡунаҡтар: Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институтының мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Нафиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы, милли мәғариф бүлегенең әйҙәүсе эксперт-белгесе Фәйрүзова Лена Вәкил ҡыҙы ҡатнашты. Балалар баҡсаһы педагогтары асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, милли рух менән һуғарылған балаларҙың сығыштары аша полилингваль белем биреү буйынса тәжрибә менән уртаҡлаштылар. Сараның пленар өлөшөндә “Толпар” балалар баҡсаһында эшләгән республика инновацион майҙансығының эш һөҙөмтәһе башҡорт халыҡ йолаларына һәм уны бойомға ашырыу буйынса методик тәҡдимдәргә таянып, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы физик үҫтереү буйынса “Толпар” парциаль программаһын, авторҙары Нафикова З.Г., Мөхәмәтҡолова З.Р., презентациялау ойошторҙо. Программа Зәйнәб Биишева исемендәге Башкортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе һәм ул мәктәпкәсә белем биреү программаларын бойомға ашырусы педагогтарға тәғәйенләнә.
Оставить сообщение
Последние новости
2025-10-20
18+
Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан уведомляет о проведении аукциона.
Министерство лесного хозяйства Республики Башкортостан (далее Минлесхоз РБ) уведомляет о том, что на территории ваших муниципальных районов осуществлен отвод лесных насаждений и организовано проведение аукционов по продаже права на
80