#Атайҙар_көнө
21:44 19.10.2025 16+
#Атайҙар_көнө
#День_Отца
Рәсәйҙә Атайҙар көнө 2021 йылда Рәсәй Федерцияһы Президенты В. В. Путиндың указы менән раҫлана һәм октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Ишмөхәмәт мәктәбендә Атайҙар көнөнә арналған күңелле старт уйындары үтте.
Атайҙар, афариндар! Малайҙарынан ҡалышмайҙар!
"Бөркөттәр", " Йондоҙҙар" командалары берҙәм булдылар. Дуҫлыҡ еңде!
АТАЙҘАР ХАҠЫНДА МӘҠӘЛДӘР
Ата балаһы хур булмаҫ.
Аталы бала арҡалы.
Атайҙар һүҙе – аҡылдың үҙе.
Атай малы - ҡатай малы.
Ата байлығы улға йоҡмаҫ, ана байлығы ҡыҙға йоҡмаҫ.
Атам дуҫы тип ышанма, атаң дуҫы етер башыңа.
Атай малынан ни файҙа, башта аҡыл булмаһа?
Атай булмай тороп атай ҡәҙерен белмәҫһең,
Әсәй булмай тороп әсәй ҡәҙерен белмәҫһең.
Атаһы айырымды ау ҡушыр,өйөрө айырымды яу ҡушыр.
Атаң улы ғына булма - әҙәм улы бул.
Атаң бирмәгәнде баҙар бирер.
Атаң барҙа ир таны, атың барҙа ер таны.