«АЙЫУҠАЙ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ҘУР ҺӘМ САҒЫУ ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ
14:38 21.11.2025 16+
«АЙЫУҠАЙ» БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ҘУР ҺӘМ САҒЫУ ЮБИЛЕЙЫН БИЛДӘЛӘНЕ
Бөгөн, 21 ноябрь, "Айыуҡай" балалар баҡсаһында мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы асылыуға 45 йыл тулыуға арналған байрам сараһы үтте.
Юбилей – эшләнгән эштәргә йомғаҡ яһау, ҡаҙаныштар, уңыштар тураһында уйланыуҙар һәм киләсәккә пландар ҡороу мәле. Бынан 45 йыл элек, 1980 йыл, балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Ошо йылдар эсендә балалар баҡсаһы оҙон юл үтеп, ижади эҙләнеүҙәр, педагогик тәжрибә туплап нығынған. Көндәлек тырыш хеҙмәт, хәстәрлектәр менән тулы тормош юлы уҙылған. Педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр өсөн күпме шатлыҡлы, ғорурлыҡ мәлдәр кисерелгән.
Юбилей көнөн байрам итеү балалар өсөн дә, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ысын ваҡиғаға әйләнде. Музыка залы үҙенең байрам биҙәлешендә хөрмәтле ҡунаҡтарҙы: мәғариф идаралығы хеҙмәткәрҙәрен, райондың башҡа балалар баҡсаларынан коллегаларын һәм балалар баҡсаһында байтаҡ йылдар үҫеп килгән быуынға тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән ветерандарҙы, ата-әсәләр комитеты ағзаларын ҡаршы алды.
Байрам концертында балалар һәм тәрбиәселәр башҡарыуында күңелгә үтеп инерлек йырҙар, дәртле һәм күңелле бейеүҙәр яңғыраны.
Ҡәҙерле коллегалар, ата-әсәләр, хөрмәтле ветерандар! Балалар баҡсаһының тыуған көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Күркәм балалар баҡсаһында балаларға һәр ваҡыт күңелле, ә аштары тәмле булырына, дәрестәре ҡыҙыҡлы уҙырына, саф һауала сәйәхәттәре файҙалы үтеренә һис шик юҡ. Балалар баҡсаһындағы һәр көн һәр берегеҙ өсөн бәхетле, мауыҡтырғыс, һөҙөмтәле һәм мөғжизәле булһын. Өлкәндәрҙең бала тормошон матур әкиәт кеүек итеү өсөн көсө лә, мөмкинлектәре лә, теләге һәм идеялары ла булһын. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ихлас балалар һөйөүе һәм сыңлап торған бәхетле көлөү тауыштары насип булһын!