26 ноябрь көнө Иҫке Сибай урта мәктәбендә Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң I муниципаль – ара форумы үтте
07:14 28.11.2025 16+
26 ноябрь көнө Иҫке Сибай урта мәктәбендә Урал аръяғы Атайҙар ҡороноң I муниципаль – ара форумы үтте. Форумда Сибай ҡалаһынан, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Белорет һәм Баймаҡ райондарынан вәкилдәр йыйылды.
Атайҙар ҡороноң инициативаһы менән башланып киткән эште мәктәп администрацияһы ла, мәғариф бүлеге лә ҡуш ҡуллап ҡаршы алды. Һөҙөмтәлә, сара бик бай программалы килеп сыҡты. Мастер кластарҙы ғына алғанда, улар 12 йүнәлештә булды. Шуның 8-ен ир - егеттәр үткәрҙе.
Ҡунаҡтарға күргәҙмәләрен күрһәтергә ауылыбыҙҙың оҫтабикәләре, "Шәфәҡ" ағинәйҙәр ойошмаһы, Г. Байгилдина ҡулы аҫтында шөғөлләнгән уҡыусы ҡыҙҙар сыҡты.
Ир-егеттәрҙең күргәҙмәһен 70-тән ашыу атайҙарҙың фотоһы һәм кескәй балаларҙың атайҙарын төшөргән һүрәттәр биҙәне. Анан башҡа И. Иҙрисов, Ә. Ғәббәсов, Р. Рахманғолов, Р. Бикбаев, Р. Маннапов үҙҙәренең ҡул эштәрен ҡуйһа, Ф. Ирмәков матур фотокүргәҙмәһен алып сыҡты.
Артабан форумды атайҙар менән берлектә әҙерләнгән мастер кластар дауам итте:
“Мәргән уҡсы”-Баййегетов Камил Исмәғил улы;
«Тылсымлы ҡурай»- Мәхийәнов Илмир Мансур улы;
«Газды хәүефһеҙ һәм уңайлы ҡулланыу»- Ильясов Илдус Әхмәт улы;
“Мөғжизәле, сихри донъя-бейеү”- Мирасбаев Самат Салауат улы;
«Теш табибы кәңәштәре»- Батталов Марсель Мәхмүт улы;
«Беренсе ярҙам күрһәтеү»- Ишемғолов Бүләк Рәмил улы;
«Ҡумыҙ серҙәре»- Баязитов Салауат Әширәф улы.
Шулай уҡ ҡунаҡтар геология музейында, робототехника кабинетында, балалар инициативаһы үҙәгендә, Шайморатов штабының эше менән таныштылар. Технология кабинетына инеп, һалдаттарға ҡоро душ эшләргә лә өлгөрҙөләр.
Пленар өлөштә:
1. «Баймаҡ районында Атай институтының ролен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәр»темаһы менән Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары НӘҘЕРҒОЛОВ Фәнил Рәмил улының;
2. «Ғаиләгә заманса дәүләт ярҙам: яңы закондар һәм атайҙарҙың ролен күтәреү» -Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры БАЙҒУСҠАРОВ Зариф Закир улының;
3. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк...Кешенең бәхеткә өлгәшеү ысулдары»- Башҡортостан Республикаһының мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр советы рәйесе урынбаҫары, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы УРАЗБАХТИН Айбулат Алик улының;
4. Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайының йәмәғәт ойошмалары менән эшмәкәрлеге-
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе МӨХӘМӘТШИН Азамат Салауат улының;
5. Иҫке Сибай урта мәктәбендә Атайҙар ҡороноң эшмәкәрлеге- Иҫке Сибай урта мәктәбенең Атайҙар ҡоро рәйесе УТАРБАЕВ Сибай Сәмиғулла улының сығыштары ҡаралған ине.
Сара уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән «Атай – ғаилә тотҡаһы, ил терәге!»тигән әҙәби- музыкаль композиция менән тамамланды.
Мәктәп администрацияһы исеменән саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙға, әсәйҙәребеҙгә, Ағинәйҙәр ойошмаһына, мастер класс үткәргән, бай күргәҙмә әҙерләгән атайҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Фотолар: https://vk.com/album-175224970_309294203
Фотолар: https://vk.com/album-175224970_309293691