18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

9 декабрь Өфө ҡалаһында икенсе тапҡыр «Йәш шайморатовсылар балы» уҙғарылды

13:22 10.12.2025 16+
1176
9 декабрь Өфө ҡалаһында икенсе тапҡыр «Йәш шайморатовсылар балы» уҙғарылды. Патриотик рух һәм нәфислек байрамында бөтә республиканан Рәсәй Федерацияһы геройы, генерал – майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙа белем алыусы, 200- ҙән ашыу уҡыусы йыйылды.
Ватан геройҙары көнөнә арналған тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Хәбиров Радий Фәрит улы ла ҡатнашты. Тулҡынландырғыс һәм әһәмиәтле байрамда, уҡыуҙа, предмет олимпиадаларында уңыштарға өлгәшкән, ижади конкурстарҙа һәм хәрби - спорт ярыштарында еңеүҙәргә ирешкән, йәмәғәт ойошмаларында әүҙем ҡатнашҡан, Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей – интернатының 9ш класы шайморатовсылары - класс командиры Әминов Илмир, байраҡ йөрөтөүсе Ильясов Илнур һәм Билалова Илзинә, Иҫәндәүләтов Нияз, Иҫәндәүләтов Рамаҙан, Сәйғәфәрова Айгүзәл, Солтанова Камилла, Ниғәмәтуллина Шәүрә, класс етәкселәре Фәнүзә Азамат ҡыҙы ҡатнашты. Уҡыусылар 2022 йылда, Баймаҡ районында беренселәрҙән булып, Шайморатовсылар рәтенә ҡабул ителгәйнеләр. Һәм әле улар телһөйәр, илһөйәр шайморатовсылар булып, биргән анттарына тоғро булыуҙарын иҫбатлайҙар. Уҡыусыларҙың күңелдәрендә Урал Иҙелбаевтың көйөнә башҡорт вальсында әйләнеү һәм Рим Хәсәновтың билдәле «Ҡышҡы романс» көйөнә вальс – лендер, тағы полонез бейеү онотолмаҫ яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.
Оставить сообщение