18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө билдәләнә

13:18 12.12.2025 16+
570
14 декабрь – Башҡортостанда башҡорт теле көнө билдәләнә. Байрамдың был көндө билдәләнеүе осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Башҡорт теле көнө 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә башлай.
"Сулпылар” балалар баҡсаһында башҡорт теле аҙналығы тип иғлан ителеп, төрлө саралар менән киң билдәләнде. Балалар шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулланың ижады һәм тормош юлы менән таныштылар, аҙна буйы башҡортса шиғырҙар, йырҙар, ҡурай моңо, милли башҡорт уйындары,әкиәттәр яңғырап торҙо. Кескәйҙәр төркөмө “Бармаҡ уйындары”ойошторҙо, башҡорт халыҡ аштарын әүәләнеләр, өлкән төркөмдәр тел төҙәйткестәр, һанашмаҡтар әйтешеп, йомаҡтар сисеп ярыштылар. Балалар “Ҡурай”, “Ай менән Зөһрә” башҡорт халыҡ әкиәте, легендаһы менән таныштылар, башҡорт халҡының «Ҡурай», «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», «Күмер йөҙөк» уйындарын уйнанылар.
12 декабрь көнө - Башҡорт теле көнөнә арналған байрам үтте. Сараның маҡсаты - балаларҙы башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған тел менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Байрамда өлкәндәр төркөмө менән тәрбиәселәре Гульназ Фазулла ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Сәриә Азат ҡыҙы башҡорт халыҡ уйындарын уйнанылар, моңло итеп йырланылар һәм матур итеп бейенеләр. Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы - башҡорт теленең боронғо тел булыуын иҫбатлаусы "Урал батыр" эпосынан өҙөк ятлап, тел тураһында мәҡәлдәр, шиғырҙар уҡынылар.
Башҡорт теле көнөнә арналған йөкмәткеле һәм матур саралар кескәйҙәребеҙ күңелендә туған телебеҙ – башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләһен ине тигән өмөттәбеҙ.

#Башҡорттелекөнө
#Башҡорттелекөнө2025
#СулпыларИҫкеСибай
#Башҡорттеле
#деньбашкирскогоязыка2025
#единыйурокбашкирскогоязыка
Оставить сообщение