18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#50Йыл

07:01 19.12.2025 16+
730
#50Йыл
#АлтынТуй#АлтынғаТиңҒүмер
#Аҡморонауылкитапханаһы
Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек һәм аҡыл кәрәк.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Аҡморон ауылында Лида һәм Марсель Баййегетовтарҙың, Нәзилә һәм Әбделхаҡ Ҡунсбаевтарҙың бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 50 йыл булды. Шул айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда "Алтынға тиң ғүмер" исемле алтын туй тантанаһы үткәрелде. Юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы М. А. Абубакиров, балалары, туғандары, дуҫтары һәм "Надежда" ансамбле ҡотлап, йылы теләктәрен еткерҙе. Юбилярҙарға тағы бер тапҡыр алдағы тормоштары тағы ла матурыраҡ, доньялары теүәл, һаулыҡтары ныҡлы, ғүмерҙәре оҙон, бәхеттәре тулы булыуын теләге килә.
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һеҙгә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип итһен оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә ерҙә йәшәргә!
Оставить сообщение