18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Яҡташ шағир, яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Урал Сабирйән улы Мостафин бөгөн үҙенең 75 йәшлек матур

06:46 23.01.2026 16+
84
Яҡташ шағир, яҙыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты Урал Сабирйән улы Мостафин бөгөн үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын билдәләй.
Урал Сабирйән улы үҙенең яҡты донъяға килеүе тураһындағы тәүге ауаздарын 1951 йылдың 17 ғинуарында Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында ишеттерә. Бала сағы Бешәтау, Көрәй, Ослотүбә тауҙарын һыртлап, Таулы, Рәжәп, Саҡмағош йылғаларын кисеп, Мәтем, Туғанаш, Сейүртәгән яландарын буйлап гөрләп үтә.
Өфөлә 1-се башҡорт интернатын (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге Беренсе республика башҡорт гиназия-интернаты) тамамлағас, авиация институтында инженер һөнәрен үҙләштерә, әрме сафында хеҙмәт итә. Юғары белемле тәжрибәле белгес төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләй: Стәрлетамаҡ ҡалаһында инженер-конструктор, инженер-технолог, Баймаҡта "Госнадзор" инспекцияһы начальнигы, партия райкомының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, Темәстә яңы төҙөлөп ятҡан заводта баш инженер, Баймаҡ ремонт — техник предприятиеһында директор хеҙмәттәрен атҡара.
1994 йылда, юлда аварияға осрап, Урал Сабирйән улының һаулығы ҡаҡшай, аяҡтан яҙа. Береһенән береһе бейегерәк дәрәжә, уңыш, абруй, халыҡ араһында ҡайнау ҡаяларын яулай-яулай үрләгәндә ҡапыл ҡараңғылыҡҡа сумыу... Көсһөҙ ихтыярлы кешене ошо ҡолау ҙа ғүмерлеккә юҡҡа сығара алыр ине. Тик Урал Мостафинды түгел. 6 китап авторы, "Киске Өфө" һәм "Башҡортостан" гәзиттәренең 4 тапҡыр лауреаты, "Киске Өфө" гәзите ойошторған С.Агиш исемендәге хикәйәләр конкурсы лауреаты Урал Мостафин, үҙе әйтмешләй, уңыш, абруй, дәрәжә һәм халыҡ менән аралашыу бушлығын күңел түренән сыҡҡан һүҙ менән баҫа. Ул һүҙ шиғыр ҙа, проза әҫәре лә, фәлсәфәүи күҙәтеүҙәр халәтендә лә ағыла. Тәүге шиғырҙары 2001 йылда “Йәш шағирҙар тауышы” серияһы аҫтында “Нур усағы” тигән дөйөм йыйынтыҡта “Тәүбә тәсбихем” исеме аҫтында нәшер ителә. 2002 йылда сыҡҡан “Йәшәү – яҙмыш” тип аталған китабы өсөн Урал Мостафин Баймаҡ районының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияһына лайыҡ була. Артабан әҙиптең бер-бер артлы “Илһам көсө” (2005), “Ғүмер – атылған уҡ” (2010), “Хистәр донъяһында”, “Ҡойон ҡойроғо оҙон” (2013) исемле китаптары донъя күрә.
- Шиғыр яҙғанда ҡайсаҡ һүҙҙәр табып булмай китә. Әйтә алмаған һүҙҙәр йыйыла, онотола. Бер саҡ поезда китеп барам икән тип төш күрәм. Шуны яҙа башлағайным, осона сығып ҡына булмай. “Ҡойон ҡойроғо оҙон...” әҫәрем шулай яҙылды. Ҡойон килһә ҡарап тормай – ҡыйратып үтә лә китә бит. Әҫәрҙә ул үҙгәртеп ҡороуҙар заманы - уның шауҡымы бөтә кешеләргә ҡағылды. Ауыл халҡы машина, телевизор алып рәхәтләнеп йәшәй генә башлағайны, ҡойон килеп, ҡыйратты ла китте, һаман аяҡҡа баҫа алмайбыҙ. Үҙебеҙҙең Икенсе Этҡол ауылындағы леспромхоздың хәлен яҡшы белгәнгә, шул турала яҙҙым, - ти Урал Мостафин. Шулай итеп тәүге проза әҫәре, унан китабы барлыҡҡа килә.
Ҡасандыр Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы булған яҡташыбыҙ Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлектәре ағзаһы итеп ҡабул ителде, публицистик, проза әҫәрҙәре менән ваҡытлы матбуғатта танылыу яуланы.
Яҙмыштың ҡойондарына бирешмәҫ яҡташыбыҙ әлеге көндә Октябрьский ҡалаһында йәшәй һәм емешле ижад итеүен дауам итә. “Ағиҙел” журналының быйылғы тәүге һанында донъя күрәсәк әҫәрҙәре быға дәлил. Урал Сабирйән улын 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, уға ҡаҡшамаҫ рух ныҡлығы, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, сикһеҙ киң ижад офоғонда илһам ҡоштарының талмай сут-сут һайрап тороуын теләйбеҙ!

ӘҘӘМ ЗАТЫ
Әҙәм заты, ниндәй камил йәнһең:
Кәүҙәң дә бар, күҙле, башлыһың.
Аҡыллыһың, сөнки Ер менән Күк,
Ут менән Һыу - һинең асылың.

Тик шул камиллығың ҡайһы ваҡыт
Үҙ башыңа ҡайғы килтерә:
Аҡылынан аҙып, донъя ватып,
Ҡайһы берҙә ҡан да түктерә.

Уйлап ҡара, бәлки, ҡырмыҫҡалар,
Бал ҡорттары һинән уңғандыр?
Үҙ аңдары менән гел ҡоралар,
Емереүҙе кемдәр тыйғандыр?

Бер-береңә зиһен әүҙемлеге
Үрнәк булһын ине һәр эштә.
Аҡылыңа, аңлығыңа һинең
Көнләшһен дә ине фәрештә.

Әҙәм заты, камил ғәҙеллегең
Ғәҙәт булһын ине һәр кемгә.
Асылыңдың белеп һин ҡәҙерен,
Изгелектәр телә һәр көнгә!
Урал МОСТАФИН.
Оставить сообщение