"Толпар" балалар баҡсаһы Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты менән полилингваль белем биреү буйынса күсәгилешлек эш планын билдәләне.
12:35 05.02.2026 16+
"Толпар" балалар баҡсаһы Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты менән полилингваль белем биреү буйынса күсәгилешлек эш планын билдәләне.
Ошо план сиктәрендә "Толпар" балалар баҡсаһы педагогтары лицей-интернат уҡытыусыларын осрашыуға саҡырҙы. Үтәбаева А. Ә. инглиз сәй эсеү йолаһы, Туйканова Г.Р. урыҫ сәй эсеү йолаһы, Әлбәкова Г.Ш. башҡорт халҡының сәй эсеүгә бәйле йолалары менән таныштырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр. Сәй эсеү табынында, йылы атмосферала педагогтар киләсәктә бергә үткәреләсәк саралар тураһында фекер алыштылар, тәҡдимдәр индерҙеләр.
Осрашыу лицей-интернат уҡытыусылары өсөн балалар баҡсаһы менән танышыу - экскурсия менән тамамланды.