Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 1946 йылдың 16 февралендә Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған
06:59 17.02.2026 16+
Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 1946 йылдың 16 февралендә Баймаҡ районы 1-се Этҡол ауылында тыуған. Милләте - башҡорт, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын шул уҡ йылда Баймаҡ районы колхозында баш агроном булып башлай, ВЛКСМ-дың Баймаҡ районы комитетында секретарь була.
1975—1990 йылдарҙа «Таналыҡ» совхозы директоры, Сибай совхозы директоры, Йылайыр совхоз-техникумы директоры вазифаларында эшләй.
1990 йылдан — Баймаҡ районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе — Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы.
Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин 2007 йылдың 5 мартында вафат була.
2016 йылдың февралендә Баймаҡ районы хакимиәте бинаһына Әкрәм Ағзам улы Ниғмәтуллин хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылды.