18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө алдынан һәм Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Башҡорт ғаиләһе - ил

15:18 27.02.2026 16+
95
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө алдынан һәм Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Башҡорт ғаиләһе - ил терәге” исемле түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторолдо. Был сарала Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Гөлшат Байдәүләтова, «Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Миңлегөл Килмәкова һәм ғаиләләрендә ғөрөф ғәҙәттәрен, телен, рухын һаҡлаған башҡорт ғаиләләре ҡатнашты. Улар - Гүзәл һәм Әсҡәт Мәжитовтар, ҡыҙҙары Камила, Шәүрә, улдары Морат; Минзилә һәм Илнур Арсланбаевтар, уларҙың ҡыҙҙары Айгүзәл, Раяна; Айгөл Исхакова улы Арслан менән; Гөлиә һәм Урал Тотмановтар, уларҙың улдары Нурислам; шулай уҡ ГүзәлиәУразбаева - сараның төп биҙәге булды.
Һөйләшеү Гөлшат Рим ҡыҙы һәм Миңлегөл Әүхәҙи ҡыҙының фәһемле фекерҙәренән һәм ҡотлау һүҙҙәренән башланып китте. Артабан һәр ғаилә, әңгәмәгә ҡушылып, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш, ғаилә йолалары, тел мәсьәләләренә туҡталып үттеләр. Ояһында ни күрә – осҡанда ла шул була, тигәндәй, Арслан Исхаҡов үҙе яҙған шиғырҙы уҡыуы, Айгүзәл Арыҫланованың “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүе, Камила һәм Шәүрә Мәжитоваларҙың музыка ҡоралдарында уйнауы һоҡландырҙы. Гөлиә Радик ҡыҙы үҙе яҙған йырын әсәләргә бағышлап үтте. Һәр ғаилә татыулыҡ өлгөһө, рухиәт балҡышы булып кисәне йәмләне. Илебеҙ именлеге өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Әсҡәт Рәсүл улына бар күңелдән рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Ғ.Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Илфат Мөхәрләмовтың (етәксеһе И.И. Ғәйетбаева) рухлы, дәртле бейеүе көслө алҡыштарға күмелде.
Оставить сообщение