Башҡорт малайы –2026!
13:13 27.02.2026 16+
Башҡорт малайы –2026!
Район һәм ҡала мәктәптәренән 11-12 йәшлек батыр, аҡыллы, шаян, ҡыйыу, отҡор, рухлы, тәрбиәле, маҡсатлы, абруйлы, йомарт, ырыулы малайҙар балалар ижады үҙәге үткәргән «Башҡорт малайы-2026» район конкурсында ҡатнаштылар.
Конкурс “Ҙур һәм татыу ғаилә” йылына арналды һәм дүрт турҙан торҙо. Беренсе турҙа малайҙар үҙҙәре менән таныштырҙы. “Минең шәжәрәм” турында малайҙар үҙҙәренең ғаилә шәжәрәһе менән таныштырҙы. Малайҙарҙың ете быуынын, ғаилә тарихын белеүе ҡыуандырҙы. Конкурстың өсөнсө шарты буйынса Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. Кем йырлап, кем бейеп, шиғыр һөйләп, музыкаль инструментта уйнап һәләттәрен күрһәттеләр. Телебеҙҙең матурлығы, һүҙ көсө, халҡыбыҙҙың көйҙәре сәхнәлә яңғырап торҙо. Малайҙарҙың һәр береһе “Мин - башҡорт малайы” исеменә лайыҡмын тип ихлас тырышып көс һынаштылар.
Бәйгелә Гран- прины Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусыһы Утарбаев Даян яуланы.
Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицей уҡыусыһы Абдуллин Айназ 1-се урынға лайыҡ булды.
Баймаҡ ҡалаһының 3- сө һанлы мәктәбе уҡыусыһы Гәрәев Рамаҙан менән Баймаҡ ҡалаһының 4-се һанлы лицей уҡыусыһы Зәйнуллин Баязит 2-се урынды бүлештеләр.
3 -сө урынға Ишбирҙе мәктәбе уҡыусыһы Хәсәнов Данияр, Билал ауылы мәктәбе уҡыусыһы Йәнгилдин Ислам, Баймаҡ ҡалаһының бишенсе һанлы мәктәбе уҡыусыһы Тотманов Арсен сыҡты.
Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. «Иң отҡор малай» тип Баймаҡ ҡалаһының беренсе һанлы мәктәбе уҡыусыһы Мәжитов Мирйән, «Иң тырыш малай» тип Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей‐интернаты укыусыһы Мусин Радмир, «Иң батыр малай» тип Баймаҡ ҡалаһының беренсе һанлы мәктәбе уҡыусыһы Рәхимов Раян, «Бейеүсе малай» тип Ҡолсора ауылы мәктәбе уҡыусыһы Самарбаев Динислам, «Өмөтлө малай» тип Баймаҡ ҡалаһының икенсе һанлы мәктәбе уҡыусыһы Абдуллин Ғәҙел, «Рухлы малай» тип Ишбирҙе мәктәбе уҡыусыһы Кейекберҙин Айназ, “Ҡыйыу малай” тип Баймаҡ ҡалаһының беренсе һанлы мәктәбе уҡыусыһы Арыҫланов Шамил бүләкләнде.
Афарин, малайҙар!!! Ошондай рухлы, дәртле, батыр, аҡыллы, егәрле малайҙар булғанда, тыуған илебеҙҙең киләсәге өмөтлө, телебеҙ бер ҡасан да юғалмаҫ!