Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Баймаҡ районы Шүлкә ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһы һәм
14:42 17.03.2026 16+
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Баймаҡ районы Шүлкә ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәүсе яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, Рәсих Ханнанов иҫтәлегенә үткәрелгән “Аҡ күгәрсен” конкурсында Гран-при яулаусы, башҡорт атына гимн конкурсы еңеүсеһе, шиғриәте менән күптәрҙең күңелен яулаған, дәрт-дарман өҫтәгән шағирә Фирүзә Абдуллинаның 65 йәшлек юбилейына арналған “Йәйғорло офоҡтарым” исемле юбилей кисәһе үтте. Шиғриәт байрамында Фирүзә Абдуллинаның ижадташ дуҫтары, яҡындары, туғандары ҡатнашты. 12 мартта шағирәнең юбилейы айҡанлы Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында “Йөрәгемдә – бар донъяға һөйөү” исемле Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе үткәйне. Ижад кисәһендә уларҙың бер нисәүһе сығыш яһаны, шулай уҡ шағирәнең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә яҙылған дәртле лә, моңло ла йырҙар яңғыраны. Сараның видеояҙмаһын тиҙҙән ҡарарға мөмкин буласаҡ.