18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Хәйерле көн,

09:03 20.03.2026 16+
1068
Хәйерле көн,
хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр!
Район Хакимиәте һәм үҙемдең исемдән барығыҙҙы ла иң оло байрамдарҙың береһе – Ураҙа байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Нисәмә быуаттар дауамында изге Рамаҙан айы беҙҙе мәрхәмәтлеккә, яҡшылыҡҡа һәм татыулыҡҡа өндәп килә, уйҙарҙы һәм күңелдәрҙе таҙарта, иманыбыҙҙы нығыта.
Йылдан-йыл мәсеткә килеп, ислам диненең мәғәнәһенә төшөнөп, хаҡ юлдан барыусы йәштәрҙең күбәйеүе ҡыуандыра. Йома намаҙҙарында һәм дини байрамдарҙа беҙҙең район һәм ҡала халҡы ихлас ҡатнаша. Имамдарыбыҙ үҙ эшен намыҫлы башҡарып килә, иман йорттары тәрбиәле һәм таҙа итеп тотола, шуның өсөн район хакимиәте исеменән барығыҙға ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.
Әлеге ваҡытта Баймаҡ еренең иң лайыҡлы улдары тыуған ил һағында тора. Яугирҙәребеҙҙең һәр береһенә иҫәнлек – һаулыҡ, еңеү яулап имен-һау тыуған ерҙәренә ҡайтыуҙарын теләп йышыраҡ доға ҡылайыҡ. Бөтә район халҡы менән хәрби операциялағы егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеп торабыҙ. Был изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Ватаныбыҙға тыныслыҡ килһен!
Хөрмәтле яҡташтар!
Илебеҙ өсөн генә түгел, бөтә донъя өсөн ҡатмарлы булған был осорҙа уй-ниәттәребеҙ яҡты булһын, мохтаждарҙы ярҙамыбыҙҙан ҡалдырмай, берҙәм булайыҡ. Тотҡан ураҙаларыбыҙ, ҡылған доғаларыбыҙ ҡабул булһын. Бөгөнгө изге байрам көнөндә йорттарығыҙ иман нуры менән тулһын, ғаиләләрегеҙгә сәләмәтлек, муллыҡ һәм бәрәкәт теләйем! Ураҙа байрамы ҡотло, мөбәрәк булһын!
Оставить сообщение