#Шиғриәт_Көнө
08:36 21.03.2026 16+
#Шиғриәт_Көнө
НәсимәҠаһарманованың үҙе ижад иткән бер шәлкем шиғырҙары
”Атай нигеҙе”.
Ташлап китмә атай нигеҙен
Мәңге хаҡла унын йылыһын.
Яңғырап торһон бала тауыштары
Бар тыуғаның унда йыйылған.
Һәр бер бүрәнәлә ҡалган кеуек
Атайымдың Нигеҙ таштарында Тамып ҡалған
Атайымдың маңлай тирҙәре.
Ебәрмәйек ҡотон тыуған йорттоң
Һаҡлайыҡ беҙ быуын быуынға
Куңел әрнер, беҙҙе ғафу итмәҫ
Тыуған йорттоң утын һыуытһаҡ.
Бик тә яҡын беҙгә һәм ҡәҙерле
Тыуған йорт һәм атай нигеҙе.
Унда үтте алтын бала саҡтың
Һәм йэшлектең гузәл миҙгеле.
(Нәсимә Ҡаһарманова)
”Таш өҫтөндә үҫкән,
ҡайындар”.
Таш өҫтөндә үҫкән ҡайындарҙың
Һыйпаем мин япраҡ остарын.
Көнләшә ме икән улар күреп
Йомшаҡ ерҙә үҫкән дуҫтарын.
Өшөтә ме һеҙҙе ҡыш һалҡыны
Яндыра мы йәйге селләләр.
Тамырығыҙ һыуһыҙ сарсағанда
Көс-һәл һеҙгә ҡайҙан киләләр.
Эй ҡайындар, һеҙҙе һаҡлар инем
Әсе елдән, ҡарлы ямғырҙан.
Тыныс ҡына үтеп китә алмайым
Ҡайындарым һеҙҙең янығыҙҙан.
Таш өҫтөндә үҫкән ҡайындарҙа
Һылыуҙарҙың һомғол төҫө бар
Ташты ярып тамыр ебәрерлек
Ҡайындарҙа йәшәү көсө бар.
Әйтерһен дә таш өҫтөнә баҫып
Ҡыҙҙар бейей йәшел күлдәктә
Нисек инде шундай матурлыҡты
Нисек инде мөмкин күрмәҫкә.
(Насима Каһарманова)
"Һин ҡайҙарҙа хәҙер".
Мин киткәндә иламағыҙ тиеп
үҙең теләп киттең
һин һуғышҡа.
Мин кәрәкмен унда тигән һүҙең
тура килде микән яҙмышҡа.
Ҡайҙаһың һин хәҙер,
һин ҡайҙарҙа.
Хәбәр ҙә юҡ һинән
хаттар ҙа юҡ.
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең
беҙ көтәбеҙ һине.
Йөрәктәргә һинһеҙ
бер тынғы юҡ.
Юҡһыналар һине
ике ҡыҙың.
Һағынып көтә көндә
кескәй улың.
Ауыр саҡта хоҙай
ярҙам биреп.
Тиҙерәк булһа ине
Ҡайтыр юлың.
(Нәсимә Ҡаһарманова).
”Әсәйҙән дә бөйөк кемдәр бар!"
Хөрмәтләйек ғәзиз әсәйҙәрҙе
Улар беҙҙе үҫтергән кеүек.
Йылы ҡараш ,яҡшы һүҙҙәребеҙ
Әсәйҙәребеҙгә ҙур бүләк.
Үкенмәҫлек булһын, аҙаҡ уйлап,
Яңғыҙ әсәйҙәрҙе хәтерләп,
Иҫән саҡта изгелектәр эшләп,
Ҡалайыксы ҙурлап,ҡәҙерләп.
Һаман әле куҙем алдарында
Әсәйемдең көлөп тороуы.
Минең өсөн өҙгөләнеп кенә
"Хәлең нисек?" -тиеп һорауы.
Мәңге-мәңге оноторлоҡ түгел
Әсәйемдең яҡты йөҙҙәре.
"Имен-аман йөрө балам" -тигән
Борсолоп та әйткән һүҙҙәре.
Был донъяла иң бәхетле мәлдәр,
Әсәй менән үткән көндәр бар.
Әсәйҙән дә яҡын һәм ҡәҙерле
Әсәйҙән дә бөйөк кемдәр бар!
(Кагарманова Насима)