18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Баймаҡтар Сибай сәхнәһендә!

18:14 03.12.2023 16+
3201
Баймаҡтар Сибай сәхнәһендә!

Халыҡ ижады үҙәге артистары һәм ижади коллективтары күптән инде күрше райондар, ҡалалар буйлап гастролдәргә сығыу хаҡында хыяллана. Тик тынғыһыҙ эш графигы, транспорт мәсәләһе, башҡа сәбәптәр быға тиклем был ниәтте тормошҡа ашырырға форсат бирмәне. Һәм, ниһәйәт, Баймаҡ районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Йыһаншина Гөлназ Халидар ҡыҙы тәҡдиме, Халыҡ ижады үҙәге директоры Надербаева Миңзифа Әхмәҙиә ҡыҙы тырышлығы менән баймаҡтар Сибайға барып, ҙур сәхнәне бер итеп ҡайттылар. Тамашаны халыҡ йырҙары менән байытҡан абруйлы ағайҙар Фәттәх һәм Фәннүр Аралбаевтарға, Хәбир Раевҡа рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Шулай уҡ концертта ҡатнашыусы барлыҡ ансамбльдарға һәм уларҙың етәкселәренә ҙур йөкләмәне атҡарып, йөкмәткеле, рухлы, дәртле сығыштар әҙерләгәндәре өсөн оло хөрмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Халыҡ ижады үҙәгенең иң тырыш, эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәре көсө менән "Беҙ бергә" тип аталған тамаша ут күршеләребеҙгә тәҡдим ителде. Был тәжрибә һуңғыһы булмаһын, тағы ла сағыу концерттар ҡуйырға, тамашасыбыҙҙы ҡыуандырырға насип итһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Культработники и творческие коллективы Центра народного творчества г. Баймак выступили с представлением "Мы вместе" на сцене Сибайского концертно-театрального объединения. Большое спасибо всем самодеятельным артистам, зрителям и руководству ГБУКИ РБ СКТО, благодаря которым эта встреча состоялась. Надеемся, что у всех остались только добрые и яркие впечатления. Также особая благодарность за организацию и финансовую помощь начальнику отдела культуры администрации МР Баймакский район Зиганшиной Гульназ Халидаровне и директору МАУК "ЦНТ" Надербаевой Минзифе Ахмадеевне.

https://vk.com/album-49010325_299813816

Оставить сообщение
Последние новости
2025-11-11
18+
Бесплатный прием граждан
20 ноября 2025 года с 10.00 до 12.00 ч. в здании Администрации МР Баймакский район РБ по адресу: РБ, г. Баймак, пр. С. Юлаева, д. 36 в рамках акции Всероссийский единый день оказания бесплатной юридической помощи пройдет бесплатный прием граждан. На приеме
104