18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Баймаҡ районына экспедиция менән килгән Өфө фән һәм технология университетының беренсе курс студенттары Баймаҡ 1-се һанлы урта мәктәбенең "Ҡурай" музейында булды.

10:20 25.06.2026 16+
211
Баймаҡ районына экспедиция менән килгән Өфө фән һәм технология университетының беренсе курс студенттары Баймаҡ 1-се һанлы урта мәктәбенең "Ҡурай" музейында булды.

Филология фәндәре кандидаттары, доценттар Фәнилә Рәжәп ҡыҙы һәм Илшат Камил улы етәкселегендәге башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары музей тураһындағы, ундағы экспонаттарҙың ҡайҙан һәм нисек тупланыуы хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ихлас тыңланы. Данлы ҡурайсы Муса Солтанморат улы Нурдәүләтовтың ҡурайында Вилдан Байраҡаевтың өҙҙөрөп халыҡ көйөн уйнауы музей ҡунаҡтарын битараф итмәне, яңғыраған ҡурай тауышын тыңлағандан һуң мәктәптең данлы "Ҡурай" музейы тураһында һәр кем үҙенсә хәтирәләр йомғағына инеп таралғандыр, моғайын.

Әҙерләне: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвира Рәис ҡыҙы Мырҙабаева
Оставить сообщение