Ишбирҙе халҡы оло ҡыуаныс кисерә бында "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге файҙаланыуға тапшырылды
21:50 07.12.2023 16+
Ишбирҙе халҡы оло ҡыуаныс кисерә – бында "Урал" һауыҡтырыу-спорт үҙәге файҙаланыуға тапшырылды
Ауылдың оҫта ҡуллы ир-егеттәре - Азамат Кәримов, Иҙел һәм Айгиз Иҫәндәүләтовтар, Ғәзиз Иҙелбаев, Фирғәт Тулыбаев, ай ярым эсендә иҫке, емерелеп барған бинаны ремонтлап, матур итеп эшләп ултыртҡандар.
Балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә спорт, фитнес менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырылған. Бильярд, өҫтәл теннисы ултыртылған. Шулай уҡ төрлө тренажер ҡоролмалары бар. Барлыҡ сығымды шәхси эшҡыуар Радик Иҙелбаев үҙ өҫтөнә алған. Һауыҡтырыу-спорт үҙәгенең асҡысы Иҙел Иҫәндәүләтовҡа тапшырылды.
Ишбирҙе ауылы халҡының ҡыуанысы менән уртаҡлашам. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡҡа ҡарамай, шундай көсөргәнешле ваҡытта халыҡтың күңелен күтәреү, дәртләндереү, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында ҡалҡып сыҡҡан һауыҡтырыу-спорт үҙәге оҙаҡ хеҙмәт итһен.
Последние новости
Бесплатный прием граждан 20 ноября 2025 года с 10.00 до 12.00 ч. в здании Администрации МР Баймакский район РБ по адресу: РБ, г. Баймак, пр. С. Юлаева, д. 36 в рамках акции Всероссийский единый день оказания бесплатной юридической помощи пройдет бесплатный прием граждан. На приеме