#Башҡорт_теле_көнө
21:52 14.12.2023 16+
Башҡорт теле көнө айҡанлы Баймаҡ биләмә- ара үҙәк китапханаһында «Халҡым хазинаһы- башҡорт теле» исемле әҙәби музыкаль сара үтте. Сарала ҡаланың 3- сө һанлы мәктәбенең 7- се синыф уҡыусылары, балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар” ансамбле ҡатнашты. Балалар саф башҡорт телендә мәҡәлдәрҙең дауамын әйттеләр, йомаҡтар систеләр, башҡорт һүҙҙәрен рус теленә тәржемә итеп белемдәрен тикшерҙеләр. Сараның сағыу биҙәге булған «Серле йондоҙҙар» ансамбле башҡарыуында рухлы йырҙар һәр баланың күңеленә үтеп инеп туған телгә һөйөү уятты, дәртләндерҙе, рухландырҙы. Башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәткән, һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар Вәзимә Ҡаһарман ҡыҙына һәм Басира Кинйәғәле ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдәрәбеҙ.
Последние новости
Бесплатный прием граждан 20 ноября 2025 года с 10.00 до 12.00 ч. в здании Администрации МР Баймакский район РБ по адресу: РБ, г. Баймак, пр. С. Юлаева, д. 36 в рамках акции Всероссийский единый день оказания бесплатной юридической помощи пройдет бесплатный прием граждан. На приеме