#Семеновскбашланғысмәктәбе
22:13 14.12.2023 16+
Семеновск башланғыс мәктәбендә башҡорт теле көнөнә арналған күңелле байрам үтте. Байрамды Баймаҡ ҡалаһы Ғаилә үҙәгенең белгестәре Лилиә Рафиҡ ҡыҙы Фазлыева менән Миңзәлә Әхмәтбаҡый ҡыҙы Балапанова үткәрҙеләр. Балалар төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, мәҡәлдәр әйттеләр, йомаҡтар систеләр, башҡорт телендә шиғырҙар һөйләнеләр. Һәр дөрөҫ яуап биреүсе уҡыусы приз алды. Байрам аҙағында балаларға бүләктәр таратылды. Был матур сара “Ерем, илем, телем” йырын башҡарыу менән тамамланды. Ғаилә үҙәге белгестәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә, яҡындарығыҙға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.
Последние новости
Бесплатный прием граждан 20 ноября 2025 года с 10.00 до 12.00 ч. в здании Администрации МР Баймакский район РБ по адресу: РБ, г. Баймак, пр. С. Юлаева, д. 36 в рамках акции Всероссийский единый день оказания бесплатной юридической помощи пройдет бесплатный прием граждан. На приеме