Тәрбиәсе — оло яуаплылыҡ талап иткән изге һөнәрҙәрҙең береһе
09:41 06.10.2026 16+
Тәрбиәсе — оло яуаплылыҡ талап иткән изге һөнәрҙәрҙең береһе. Ә кем һуң ул тәрбиәсе? Үҙемә ошо һорауҙы бирәм дә уйҙарға сумам… Күҙ алдыма балаларҙың һинән барлыҡ һорауҙарға яуап көткән ҡараштары, шатлыҡлы йырлап-бейеүҙәре килеп баҫа.
Бала саҡты мин гөл-баҡсаһындай итеп күҙ алдына килтерәм. Йән атыуым, һөйөүем менән ошо баҡсаны үҫтереүсе мин — тәрбиәсе. Һәм, әйтерһең дә, шул матур миҙгел тағы ла шатлыҡлыраҡ, файҙалыраҡ, онотолмаҫлыҡ булһын өсөн ергә яратылғанмын. Минең бәхетемдең оло бер өлөшө — ошо яратып һайлаған һөнәрем!
Йылдар дауамында «балалар баҡсаһы» тип аталған гүзәл донъя минең өсөн икенсе өйөмә әүерелде. Көн һайын мин ошо серле, мөғжизәле донъяның ишеген асам.
Ә тәрбиәсенең «серле ҡоралы», һөнәри оҫталыҡ билдәләре ниҙә һуң?
• Бала бейеклегенә төшөү. Ныҡ итеп илаған баланы тынысландырыу өсөн, мин уның ҡаршыһына тубыҡланып ултырам. Күҙҙәренә ҡарап, ҡосаҡлап алһаң, бөтә үпкә юҡҡа сыға.
• Тылсымлы интонация. Ҡайһы саҡта шым ғына, серле тауыш менән һөйләй башлау — ҡысҡырып әйтеүгә ҡарағанда мең тапҡырға һөҙөмтәлерәк. Балалар тылсым көткәндәй, шымып ҡала.
• Ижад аша асылыу. Йыр-бейеү һәм уйын — бала күңелен асыусы төп асҡыстар. Ниндәй генә ҡатмарлы ҡағиҙә булмаһын, уны бергәләп йырлап йә уйын аша өйрәнһәң, баланың хәтерендә мәңгегә ҡала.
• Иң мөһиме — бөтмәҫ-төкәнмәҫ сабырлыҡ һәм ихласлыҡ. Балалар яһалмалыҡты бик тиҙ һиҙә. Мин улар менән һәр ваҡыт ғәҙел һәм асыҡмын.
Иртәгә мин тағы ла баҡса ишеген асасаҡмын һәм меңләгән мең төрлө һорауҙарға тулған мөғжизәле баласаҡ донъяһына сумасаҡмын.
#АйыуҡайБалаларБаҡсаһы
#Призвание_Воспитатель
#ГодДошкольногоОбразования #ГДОБашкортостан
#ГодДошкольногоОбразованияБаймакскийРайон
Последние новости
С наступлением холодов риск пожаров возрастает С наступлением холодов риск пожаров возрастает: люди чаще используют печи, обогреватели и газ. Чтобы избежать беды, сотрудники ответственных служб проводят профилактические рейды по домам. Их цель напомнить о правилах пожарной
О намерении осуществлять обработку персональных данных Управление Роскомнадзора по Республике Башкортостан доводит до вашего сведения, что согласно ст. 22 Федерального закона от 27.07.2006 152-ФЗ О персональных данных учреждения и организации всех форм собственности обязаны до начала обработки
Профилактика гриппа С наступлением осени и зимы мы сталкиваемся с повышенной вероятностью заболеть гриппом или другими ОРВИ. Эти вирусные заболевания могут существенно повлиять на наше здоровье, особенно у уязвимых групп населения.
Грипп это острое инфекционное