Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 4-се лицейҙың 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн Ҡурай көнөнә арналған «Дала моңо: юғалған көй артынан»
14:09 14.10.2026 16+
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре 4-се лицейҙың 8-се һәм 9-сы класс уҡыусылары өсөн Ҡурай көнөнә арналған «Дала моңо: юғалған көй артынан» квест-экспедицияһын ойошторҙо. Сара барышында уҡыусылар «Серле үҫемлектәр иле», «Сәсәндәр мәмерйәһе», «Ҡурайға дан йырла!» станцияларында төрлө эштәр башҡарҙы: көпшә үләндәрҙең һүрәттәренә ҡарап ысын ҡурайҙы тапты, карточкаларға яҙылған танылған шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡып, авторҙың уны яҙған саҡтағы хис-тойғоларын баһаланы, мәшһүр ҡурайсыларҙы иҫкә төшөрҙө, бирелгән әҙер рифмалар буйынса ҡурайға арналған дүртъюллыҡтар ижад итте. Һәр станцияла уларға код-хәрефтәр бирелде.
Ә «Ҡурай оҫтаханаһы» станцияһында уларҙы ҡурайсы сәсән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Рәмил Хәсәнов ҡаршы алды. Беҙҙең районда иң музыкаль Хәсәновтар халыҡ ғаилә ансамбленең бер вәкиле булараҡ Рәмил Сәфәрғәле улы ғаиләһенең йыр-моңға һәм ҡурайға һөйөүе нәҫелдән килеүе, сәңгелдәктән һеңеүе тураһында һөйләне, ҡурайҙың килеп сығыу легендаһын бәйән итте. Ул ҡурайҙы ҡырҡҡанда нимә тип һамаҡларға, нисек ҡурайҙың уйымдарын тишергә кәрәклеге хаҡында оҫталыҡ дәресе күрһәтеп кенә ҡалманы, 2, 4 тишек менән генә уйнап була торған көйҙәрҙе уйнап ишеттерҙе. 5 уйым тишкәндән һуң иһә халҡыбыҙҙың ысын мәғәнәһендә үтә лә моңло көйҙәре ағылды. Рәмил Сәфәрғәле улы әрме хеҙмәтендә нисек итеп швабранан ҡурай эшләүе тураһында яҙған “Замана Үлмәҫбайы” исемле шаян телле поэмаһын, ысын сәсәндәрсә, көйләп тә, һөйләп тә күрһәтте.
Артабан «Дала моңо» тип аталған 5-се станцияла уҡыусылар быға тиклемге станцияларҙа йыйған код-хәрефтәрҙе пазл итеп йыйҙы. «Урал» һүҙе килеп сыҡты. Ҡояштың, Ерҙең мөхәббәтен үҙенә һеңдереп үҫкән музыка ҡоралының тыуған ере – ул Урал, беҙҙең борон-борондан ата-бабаларыбыҙ төйәк иткән ер. Ошо аманат-еребеҙгә арнап улар йыр ҙа сығарған. Хәҙер «Урал» көйө башҡорт халҡының гимны һанала. Рәмил Хәсәнов башҡарған «Урал» көйөн уҡыусылар аяғөҫтө баҫып ҡына тыңлап ҡалманы, арнау йолаһын да атҡарҙы. Ҡурай - ата-бабаларыбыҙҙың моң-зарын, шатлыҡ-ҡыуанысын, ғөмүмән, башҡорт халҡының данлы ла, аяныслы ла яҙмышын, тарихын беҙҙең көндәргә тиклем түкмәй-сәсмәй алып килеп еткереүсе, быуындан-быуынға тапшырыусы изге мираҫ икәнен төшөндө улар.
Сара барышында яҡташыбыҙ – күренекле ҡурайсы, тележурналист Юлай Ғәйнетдиновтың «Ҡурай һәм ҡурайсылар» тип аталған бик тос йыйынтығы менән дә таныштылар. Ҡурайға арналған квест-экспедициянан һуң уҡыусылар, Рәмил Сәфәрғәле улын бал ҡортолай һырып алып, ҡурайҙарҙы тотоп өрөп ҡараны, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.