18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Бөтә_донъя_икмәк_көнө

09:11 17.10.2026 16+
91
#Бөтә_донъя_икмәк_көнө
#Атай_икмәге
#Аҡморонауылкитапханаһы
16 октябрь- Бөтә донъя икмәк көнө.Икмәк булһа йыр ҙа була, тип әйтелә халыҡта.
Икмәк – иң изге, ҡәҙерле аҙыҡтарҙың береһе. Элек-электән икмәкте ризыҡтың иң ҡәҙерлеһе тип иҫәпләгәндәр һәм ҡунаҡтарҙы икмәк – тоҙ менән ҡаршы алғандар.
— Дөрөҫтән дә икмәк тураһында күп шағирҙар шиғыр яҙған, композиторҙар был шиғыр юлдарына көй ижад иткәндәр, хатта рәссамдар ҙа үҙҙәренең картиналарын яҙғандар.
— Ә беҙҙең халыҡ икмәк тураһында мәҡәлдәрҙә әйтеп ҡалдырған.
Икмәк һәм тоҙ – яҡты йөҙ.
Икмәк – ғүмер.
Икмәк – табын ҡояшы.
Икмәк – бар нәмәгә баш.
Икмәк булһа – йыр ҙа була.
Ер ҡәҙере игендә, кеше ҡәҙере белемдә.
Иген ер һыуына түгел, тир һыуына үҫә.
Йәй эшләһәң, ҡыш ашарһың.
Йәйге бер көн йылды туйҙыра.
һуғыш ваҡытында кешеләр ҙур ауырлыҡтар менән көн иткәндәр, уларҙың икмәкһеҙ тилмергән саҡтары ла күп булған.Ошо ауырлыҡтарҙы күреп Ә.Атнабаев шиғыр ҙа яҙған.
Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған,
Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,
Ҡош телендәй шул грамдар өсөн
Һуғышҡандар ,хатта үлгәндәр.
* * * * *
Фәрзәнә Аҡбулатованың “ Атай икмәге” хикәйәһе лә тәрән мәғәнәгә эйә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Миҙхәт ҡустыһы Мотаһар менән бик күп ауырлыҡтарға дусар була. Мотаһар аслыҡтан үлә, үҙе лә сибек кенә Миҙхәт был үлемде күңеле менән ҡабул итергә теләмәй, әсәһе лә һуғыштағы ирен тағы ла ны ғыраҡ ҡайғыртмаҫ өсөн был ауыр хәбәрҙе әйтмәй. Тылдағылар еңеү өсөн бөтәһен дә эшләй: фронттағыларға ашарға – аҙыҡ – түлек, кейергә – кейем – һалым, йөр өргә техника, аттар оҙата, бары ҡайғы, аһ – зарлы хаттар ғына ебәрелмәне. Был хикәйәлә ауыр һуғыш йылдарында кешеләрҙең аслыҡтан интегеүе, балаларҙың ауыр яҙмышы һүрәтләнә. Әҫәрҙең төп мәғәнәһе: икмәк – иң ҡәҙерле аҙыҡ һәм ул бер ваҡытта ла үҙ ба һаһын юғалтырға тейеш түгел.
Оставить сообщение