18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Башҡортостан_әҙәбиәте #Литература_Башкортостана

18:57 03.01.2024 16+
875


Бөгөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, сатирик шағир, журналист, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре, СССР Яҙыусылар (1988) һәм Журналистар (1977) союздары ағзаһы, Рәсәй Журналистар союзының Федератив советы ағзаһы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар.Сәлим) 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй!

Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге, иң саф теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Йылмайыу һәм көлөү кеше ғүмерен оҙайта, тиҙәр. Тимәк, Марсель Сәлимов та үҙ әҫәрҙәре менән бихисап ғүмерҙәрҙе оҙайтыуға өлгәшкән! Марсель ағай, артабан да көлә-көлә, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ һәм яҡшылыҡ өләшеп йәшәүеңде теләйбеҙ!

Марсель Шәйнур улы Сәлимов (Мар. Сәлим) 1949 йылдың 3 ғинуарында Борай районының Сәйет-Көрйә ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын һәм Свердловск юғары партия мәктәбен ҡыҙыл дипломдарға тамамлай. Совет Армияһы офицеры булараҡ Польшала хеҙмәт итә (1971–1973). 1973 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы “Һәнәк” журналында эшләй: башта әҙәби хеҙмәткәр, бүлек мөхәррире; унан утыҙ йыл буйына (1980–2010) – баш мөхәррир. Тиҫтә йылдан артыҡ (1996–2006) йәмәғәт башланғысы менән Башҡортостан журналистар союзы рәйесе вазифаһын башҡара.

Һигеҙ йәштән шиғырҙар яҙа, ун ике йәшендә әҫәрҙәре матбуғатта баҫыла башлай. “Һәнәк”тә уның беренсе фельетоны ун дүрт йәшендә донъя күрә. Бөгөн Мар. Сәлим – исеме доньяға танылған яҙыусы-сатирик, шағир, публицист һәм йәмәғәт эшмәкәре. Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Шупашҡар, Симферополь һәм Лондон ҡалаларында башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, болгар һәм инглиз телдәрендә нәшер ителгән илленән ашыу китаптың һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте тарихында беренсе сатирик ике томлыҡтың (Әскелле-сөскөллө әҫәрҙәр. – Өфө : Китап, 2002–2005) авторы. Әҫәрҙәре иллеләп телгә тәржемә ителеп, төрлө илдәрҙә сыҡҡан гәзит, журналдарҙа, йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе.

Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, яҙыусы-сатирик күп тапҡыр еңеүҙәр яуланы. Мар. Сәлим – Сергей Михалков, Владимир Гиляровский, Владимир Набоков (Рәсәй), «Алеко» (Болгария), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй, Марк Твен (Канада), Джек Лондон (АҠШ), Чарльз Диккенс (Бөйөк Британия) исемдәрендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты. Ул шулай уҡ халыҡ-ара Евразия һәм Рәсәй әҙәби премиялары лауреаты, Рәсәй халыҡтарының XIV Артиадаһы, Мәскәү, Псков, Сочи, Әстерхан, Ялта, Саки ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты, Рәсәй Журналистар Союзы һәм БР Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премиялары лауреаты. “Асыҡ Евразия” (Лондон), Де Ришелье исемендәге (Одесса – Майндағы Франкфурт) халыҡ-ара конкурстарҙа, Рәсәй Журналистар һәм Яҙыусылар союздары үткәргән “Ватан журналистикаһының алтын китап кәштәһе”, “Рәсәйҙең иң яҡшы шағирҙары һәм яҙыусылары” бәйгеләрендә лә еңеп сыҡты. “Мәғрифәткә өлөшө өсөн” һәм В. Маяковский ордендары, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн”, “Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн”, М. Лермонтов, Н. Надсон, М. Булгаков, С. Михалков, В. Шукшин (Рәсәй), А. Мицкевич (Польша), М. Басё (Япония), Г. Бёлль (Германия), С. Бейбарыс (Ҡаҙағстан), “Тыныслыҡ күгәрсене” (Ҡырғызстан) миҙалдары, Алтын, Көмөш һәм Агальматолит ҡәләмдәр менән бүләкләнде. Ул ЛИффТ фестиваленең Алтын лауреаты. Габровола Халыҡ-ара юмор һәм сатира йортоноң Индульгенцияһын (Болгария) һәм Нью-Йоркта Ильф менән Петров бүләген (АҠШ) алды. Ижади ҡаҙаныштары өсөн арҙаҡлы яҙыусы “Рәсәйҙең алтын ҡәләме” һәм “Рустың алтын ҡәләме”, “Тыныслыҡ илсеһе” (Германия), “Иң яҡшы шағир” (Ҡытай) тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Шул уҡ ваҡытта ул «Литературная газета», «Литературная Россия» һ.б. гәзит, журналдарҙың да лауреаты.

“ЙӘШ ШАҒИР”

Шиғыр яҙҙы көн дә, төн дә,

Һыҙылып таңдар атҡанда.

“Йәш шағир” тип ҙурланылар

Пенсияға сыҡҡанда.

ЙӨРӨЙ ТОРҒАС

Бик ныҡышып йөрөй торғас,

Булды Союз ағзаһы.

Ҡалды хәҙер берәй йүнле

Әҫәр генә яҙаһы.

ШАТЛЫҠТАН

Ун йылға бер китап сыҡҡас,

Шатлыҡтан телһеҙ ҡалдым.

Шул китап гонорарына

Бер әсмүхә сәй алдым,

Бер сәкүшкә “мәй” алдым.

ҮҘЕ ГЕНӘ ҺӨЙӨНӘ

Эй яҙа ул, эй яҙа ул,

Сыҡмайынса өйөнән.

Оҙон әҫәр яҙғанына

Үҙе генә һөйөнә.

ЯҘЫУСЫЛАР КҮП...

– Тағы китап яҙҙым әле! –

Тип шапырынғас Фаяз,

Әйттем:

– Яҙыусылар күп тә...

Уҡыусылар ғына аҙ.

ЕЛ ҠАЙҘАН?

Ел ҡайҙан иҫеүгә ҡарап,

Шағир бара үҙгәреп.

Элекке “ҡыҙыл” шағирҙар

Бөттө инде күгәреп.

ҮҘЕМ ТУРАҺЫНДА

(Көнсөл ҡәләмдәштәргә)

Юҡҡа ғына һеҙ, көнләшеп,

Мине күрә алмайһығыҙ.

Мин кем инде! Ә һеҙ – тере

Классиктар һәр ҡайһығыҙ.

Күктәргә сөйөп маҡтайҙар

Һеҙҙең ижадығыҙҙы.

Тауҙан бейек күтәрәләр

Түмгәктәй данығыҙҙы.

Һеҙ элитный, мин – ни бары

Икенсе сортлы кеше.

Ижадым – ташҡа үлсәйем,

Бәп-бәләкәс, кеп-кесе.

Үҙем бигерәк ялҡаумын,

Һәләтһеҙ һәм булдыҡһыҙ.

Бөкрәйгән иҫерек кәүҙәм

Шайтан ҡурҡырлыҡ шыҡһыҙ.

Мыжып йәшәйем ғүмерҙең

Заяға уҙғанына.

Һеҙҙең бөйөк эҙегеҙҙә

Мин – фәҡәт туҙан ғына.

Көнләшергә бер сәбәп юҡ,

Үҙегеҙ күрәһегеҙ...

Йә, инде рәхәтме һеҙгә?

Булдымы күңелегеҙ?!

Мар.Сәлим.

Оставить сообщение