Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Баймаҡ районында. Тәү сиратта ул Беренсе Төркмән ауылындағы мәҙәниәт йортона туҡталды. Бинаға быйыл капиталь ремонт эшләнде, һөҙөмтәлә клуб яңы һулыш алды.
Бында шулай уҡ китапхана, күренекле йырсы һәм ҡурайсы Ғата Сөләймәнов исемендәге музей, «Ихлас» клубы ла урынлашҡан. «Ихлас»та 200-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Радий Хәбиров менән аралашыу барышында: «Бөгөн тәү сиратта махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙе хәстәрләргә тырышабыҙ, уларға йылы әйберҙәр бәйләп ебәрәбеҙ. Беҙҙең һалдаттарға ҡарата иғтибарығыҙ өсөн бар әсәләрҙән дә ҙур рәхмәт», – тине улар.
Клуб алдына йыйылған ауыл халҡы менән аралашып, Радий Хәбиров уларҙы борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды. Тармаҡ етәкселәренә амбулаторияны яңыртыу, газ үткәреү, урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн трактор бүлеү кеүек көнүҙәк һорауҙарҙы ҡарарға ҡушты.Рукописи не рецензируются и не возвращаются.
При цитировании материалов ссылка на газету обязательна.
В титульной части сайта использована фотография автора с ником Тутыйғош, лицензия CC-BY-SA-4.0
За содержание и достоверность объявлений редакция не отвечает.
Мнение авторов может не совпадать с мнением редакции.
E-mail: info@ilesh-baimak.ru 18+
© Информационное агентство Инфорос, 2010 – 2025
