18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Год_семьи2024

23:39 21.01.2024 16+
750


Иҫке Сибай ауылында Атайҙар ҡоро тарафынан ойошторолған « Саңғыла ғаилә походы » исемле бик матур сара уҙҙы. Походта мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, Атайзар ҡоро ағзалары, ата -әсәләр ҡатнашты. Күмәкләп алдан һалынған трассала саңғыла йөрөнөләр, Эттотҡан тауы итәгенән шыуып төштөләр. Бик күңелле булды!

Саңғыла йөрөү мәлендә йығылғандар ҙа булды, әлбиттә, әммә улар шунда уҡ саңғыларына йәнә баҫып, алда барғандарҙы ҡыуып етергә тырышты.

Үткәрелгән спорт байрамы Ғаилә йылында үтәсәк сараларға старт бирҙе.

Ошондай спорт саралары һис шикһеҙ кәрәк. Сөнки улар сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.

Мәктәп администрацияһы Атайҙар ҡоро ойошмаһына оло рәхмәтен еткерә.

Саңғы спорты – ул саф һауала ваҡытты файҙалы үткәреү мөмкинлеге! Ҡояшлы көн, ҡышҡы һыуыҡ бөтә ҡатнашыусыларға ла дәрт һәм яҡшы кәйеф бүләк итте!

Оставить сообщение