18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

25 ҒИНУАР- СТУДЕНТТАР КӨНӨ

19:48 26.01.2024 16+
805
Яркие моменты студенческой жизни нашего специалиста25 ҒИНУАР- СТУДЕНТТАР КӨНӨ.

Студент йылдары һәр кем тормошоноң иң гүзәл,иң сағыу иң күңелле осоро. Ҡабатланаҫ был мәлдәр ҡасандыр студент булған һәр кемдең күңелендә яҡты хәтирәләр һаҡлап, ғүмер буйы оҙата бара.

Студент саҡтың иң күңелле, мажараларға тулы, матур ваҡыт икәнен үҙең ошо студент “иленә” килеп ингәс кенә аңлайһың икән ул! Яңы дуҫтар, яңы уҡытыусылар, яңы мөхит, яңы мөмкинлектәр, дөйөм ятаҡ һәм өр-яңы ауырлыҡтар.

Төрлө райондарҙан, тәбиғәт яратыусыларын бергә йыйған "Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу" йүнәлеше... Институт... Алһыу Йосоп ҡыҙы... "Ете ырыу" халыҡ бейеү ансамле... "Студент яҙы" фестивале... Репетициялар... Төрлө конкурстар... Ҡыҙҙар менән бергә йыйылышып ултырыуҙар... Сессия... Төн йоҡоларын ҡалдырыу... Коронавирус пандемияһы арҡаһында дистанцион уҡыуҙар... Институт ашханаһы... Практикалар...?

Барыһы ла күңелдә һағыныу тойғоһо уята?

Бәлки, уҡыу менән генә мәшғүл булһам, ул ваҡытта тормошомдоң иң матур, күңелле мәле булып һаналмаҫ ине студент йылдарым.

Барлыҡ студенттарҙы ла матур байрамдары - Рәсәй студенттары көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым! Уҡыуығыҙҙа, тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар теләйем! Студент йылдарын онотолмаҫлыҡ итеп үткәргеҙ?.

Яулар үрҙәрегеҙгә ҡыйыу атлағыҙ!



Оставить сообщение