18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Баймаҡ егете

00:01 31.01.2024 16+
649
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Баймаҡ егете, “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиевтың яҡты иҫтәлегенә арнап Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурс иғлан итә.

Йәш кенә көйө арабыҙҙан китһә лә, Йәмил Сәйҙәлиев бай ижади багаж туплап ҡалдырҙы. Быға миҫал булып “Аманат” журналы һәм Мостай Кәрим исемендәге Фонд ярҙамында Өфөлә “Самрау” нәшриәтендә донъя күргән “Баймағымда алһыу таң атты...” йыйынтығы тора.

Йәмил төрлө жанрҙа ижад итте: шиғырҙар ҙа, хикәйәләр ҙә, әкиәттәр ҙә, нәҫерҙәр ҙә, мәҡәләләр ҙә яҙҙы. Һәм улар күпселектә тыуған яҡҡа - гүзәл Баймаҡҡа арналды. Шуға күрә конкурсҡа тыуған яҡ темаһына арналған әҫәрҙәр 3 жанрҙа (шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр) ҡабул ителәсәк. Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурста мәктәп йәшендәге 6 – 11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала.

Конкурстың шарттары менән положениела таныша алаһығыҙ???

Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-16-74, 89276364766 (ватсап. Айгөл Иҙелбаева).

Ойоштороу комитеты.

Оставить сообщение