18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#23февраляБаймакскийрайон

00:14 03.02.2024 16+
668


31 ғинуар Иҫке Сибай урта мәктәбендә күренекле журналист, яҙыусы, шағир, күп йырҙар авторы Мотал Зәкирйән улы Рәмов менән осрашыу үтте. Был сара ауылдашыбыҙҙың 60 йәшлек юбилейына бағышланды. Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Юлиә Шәһит ҡыҙы Ваһапова уҡыусыларҙы һәм саҡырылған ҡунаҡтарҙы Мотал Рәмовтың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы.

Сара барышында шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Автор үҙенең шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Осрашыу мәктәп балалары әҙерләгән концерт номерҙары, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡлы һорауҙары менән аралашып барҙы.

Район үҙәгенән килгән ҡунағыбыҙ, "Һаҡмар" гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Азамат Салауат улы Мөхәммәтшин Журналистар союзынан һәм Баймаҡ районы ҡоролтайы исеменән маҡтау грамоталары тапшырҙы. Мәктәп директоры Сәлих Мөхитдин улы Рафиҡов үҙе етәкләгән коллектив исеменән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Сара аҙағында атайҙар ҡоро, мәктәп коллективы исеменән Мотал Зәкирйән улына иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Был осрашыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Сәмиғулла улы Утарбаевҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Оставить сообщение