18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Режиссер Булат Йосоповтың ижади командаһы төшөргән Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған Шағир көндәлеге фильмы хаҡында йәнгүҙәйҙәр

20:46 12.02.2024 16+
751
Режиссер Булат Йосоповтың ижади командаһы төшөргән Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған “Шағир көндәлеге” фильмы хаҡында – “йәнгүҙәй”ҙәр

Рәйсә Иҫәнбаева:

Фильмды йөрәгем һыҙлап ҡараным. Шул тиклем күңелдән алды. Яратҡан шәхесем бит ул. “Кеше" тигән шиғыры өсөн генә лә мин рәхмәтлемен. Ҡобайырын уҡыусыларыма йырлатып өйрәтә инем. Йырҙарын өйрәтеү дәрестәрен үткәрә инем. Һәр саҡ Яңы йылдан һуң кластарымда Р.Ғарипов айлығы ойоштора торғайным, уның дәрестәре буйынса әллә нәмәләр үткәреп бөтә инем. Был кино эҫтөндә эшләгән һәр беренә мең үә мең РӘХМӘТ!

Әлфиә Юлыҡ:

Рәми Ғариповтың "Табыныу" поэмаһы буйынса диплом эше яҡланым. Өс тапҡыр етәкселәрем алышынды, Ғиниәт ағай Ҡунафин үҙе алып ҡуйҙы, аптырағас...."Һин уны үтә бөйөккә һанайһың!"- тип оҡшатмаусылар ҙа табылды, ә шулай ҙа “отлично”ға яҡланым, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел ине. Рәми Ғариповтың көндәлектәрен, шул осор газета-журналдарҙағы уға ҡағылышлы материалдарҙы өйрәнеп, уның ысынлап та бөйөклөгөн ҡат-ҡат асыҡланым... 90-сы йылдарҙағы "оттепль"ме, әллә башҡаның шауҡымымы - ләкин шул осор Рәми Ғариповты тулыһынса уҡыусыларға ҡайтарҙы! Бер насарҙың бер яҡшыһы, әйткәндәй! Кино буйынса бер ҡат ҡараным икенсегә ҡарай алмайым, шул кешелекһеҙлек, ҡатылыҡ, ниндәйҙер түбән фекерле әҙәмдәр осоронда ла үҙенең КЕШЕЛЕК сифаттарын юғалтмай ДОНЪЯ ӘҘӘБИӘТЕНӘ исемен гәүһәр хәрефтәр менән яҙып ҡалдыра алған ШАҒИР! Уның шиғриәте мәңгелек, ә тормошонан ҡый эҙләүселәр шул ҡыйлыҡта ҡаласаҡ....

Рәсимә Ишемова:

Бер ваҡыт, директорҙарҙың район кәңәшмәһендә, туған әҙәбиәттән Рәми Ғарипов буйынса асыҡ дәрес үткәргәйнем. Ул дәресемде үткәреү өсөн уның көндәлектәрен уҡып сығырға тура килде. Һәм дәресемде "Дәрес - һәйкәл ҡуйыу "тип атаным. Сөнки уның көндәлегендә ошондай һүҙҙәр бар: " Мин үлгәс, минең ҡәберемә китаптан һәйкәл ҡуйһындар һәм "Горький улы - шағир Рәми " тип яҙһындар ине тигән. Көндәлектәренән шуны аңланым - ул Горькийҙы ныҡ ихтирам иткән, уның бөтә ижады менән танышып сыҡҡан.

Рәмиҙең "бабай", Рәмил Салауатский тигәндән тыш, тағы ла "Русская винтовка" тигән ҡушаматы ла булған, сөнки ул көҙгөһөн интернат уҡыусыларын картуф йыйырға алып барғанда, төндә тәрбиәселәр булмағанда, ҙурыраҡ класс егеттәренең йәберләүҙәренән һаҡланыр өсөн көрәк алып ятҡан булған. Ырғып тороп, шуны тотоп: "Йә, килегеҙ, бында русская винтовка тора! " - тип ҡысҡырған.

Тағы ла һоҡланғыс сифаты - шиғырҙарынын гонорарына студент дуҫтарын һыйлаған, Рафаэль Сафинға костюм алып биргән, уның костюм кеҫәһенә шиғыр ҙа яҙып һалған .

Аҙаҡтан, эҙәрлекләүҙәр башланғас, татар шағиры Хәсән Туфан уны яҡлап яҡшы, йылы һүҙҙәр әйткән, тулыһынса иҫләмәйем , әммә хат яҙған уға, йылы хат. Бик күптәр уны күрмәмеш булғанда... Шулай, минең иң хөрмәт иткән шағирҙарымдың береһе Горький улы - шағир Рәми!

Уның көндәлектәре буйынса бик күп яҙырға була. Парашюттан һикереүе, осоусы булырға хыялланыуы, спорт яратыуы, ваҡытының һәр минуты билдәләнгән булыуы ... Мәскәүҙәге әҙәби институтты бөтөп ҡайтҡас, гәзиттә эшләп, ундағы башҡортса белмәгән кешеләрҙең, һүҙлек тотоп , мөхәррир булып ултырыуҙарына әсенеүе һ.б...

Айгөл Иҙелбаева:

“Мин Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡырға яратам. Уларҙы уҡыған һайын үҙем дә илһамланып шиғыр яҙырға тотонам. Ул минең кумирым булды һәм булып ҡаласаҡ. Ә һеҙ уның шиғырҙарын беләһегеҙме?” - тип һорауым булды, бер-бер артлы сығып Р.Ғариповтың да, М.Кәримдең дә шиғырҙарын урыҫса

ла, башҡортса ла һөйләй башламаһындармы! Алдан әҙерләнеп килгәндәр, тиерһең. 3-се класс балалары, етмәһә урыҫ класы бит әле! Иҫем-аҡылым китте!”

“Әлеге көндә диплом яҙам. Темам – “Александр Блок һәм Рәшит Назар, Сергей Есенин һәм Рәми Ғарипов ижадтарында сағыштырыу алымдары. Рәми Ғарипов тәржемәләрендә сағыштырыуҙарҙың башҡортсаға ауҙарылышы”. Дөрөҫөрәге, ике темаға яҙам: тәүҙә авторҙар ижадында сағыштырыуҙар тураһында, аҙаҡ бер авторҙың сағыштырыуын икенсеһенеке менән сағыштырам, унан башҡортсаға был сағыштырыуҙарҙың нисек тәржемә ителешен тикшерәм. Ғөмүмән, үҙемә оҡшай”.

“ҠАРАҒАЙ МЕНӘН АҠ БЕЙЕҮ” китабынан өҙөктәр.

Оставить сообщение