18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#АйыҡАуыл2023

00:28 17.02.2024 16+
944




#ЙәштәрЙылы

17 февраль Үрге Яйыҡбай ауылында "Айыҡ ауыл-2023" республика конкурсы сиктәрендә милли йәйәнән уҡ атыу асыҡ турниры үтте.

Быйылғы ҡышҡы сезонда беренсе тапҡыр асыҡ һауала үткән ярышҡа Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Өфө райондарынан, Өфө, Белорет, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, шулай уҡ күрше Силәбе өлкәһенән 40-ҡа яҡын мәргәнлекте һөйөүсе йыйылды.

Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса квалификация этабында 4 төрлө сәпкә 18 метрҙан алып 40-ға тиклемге алыҫлыҡтан аттылар. Ошо сәптәрҙе атып иң күп мәрәй йыйыусы 8 уҡсы финал этабтарына сыға һәм артабан призлы урындар өсөн көс һынаша. Бик көсөргәнешле атыштарҙан һуң беҙҙең урындар түбәндәгесә билдәләнде.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:

Ишморатова Әлиә;

?Ишкильдина Нәйлә;

?Нуруткулова Илүзә (барыһы ла Бөрйән районынан).

Ир-егеттәр араһында:

? Низаметдинов Рәис (Өфө ҡалаһы);

? Юлдашбаев Фәрит (Өфө районы;

? Юлбердин Даян (Бөрйән районы).

Ибрагимов Илдус, Әлимханова Гөлшат, Мырҙағәлина Фәнүзә тәҡдим иткән махсус бүләктәрҙе Багаув Рөстәм, Зыкрина Гөлнара, Ғәлиуллина Айгөл отоп алды.

Иң алыҫтан килеүсе Силәбе ҡалаһынан Әлимханова Гөлшатҡа ауылыбыҙ исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Ярышты ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүсе клуб, мәктәп коллективына, 1 синыф уҡыусыларына, ауыл йәштәренә, ир-егеттәренә, тәмле аштар менән һыйлаусы ашнаҡсыларға, Ниғәмәт ауылы биләмәһе башлығына, Баймаҡ ҡалаһы һәм районының физик культура һәм спорт бүлегенә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Ятып ҡалғансы-атып ҡал.

https://vk.com/album-204368244_300001295

Оставить сообщение