18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Патриотиктәрбиәбиреү

00:59 20.02.2024 16+
1139


Алыҫтарҙан, ай, күренгән

 Ирәндеккәй тауының аҡ ташы,

 Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй.

 Ир-егеткәй менән ат башы.

 Яуға ғына барып, яуҙы еңгәс,

 Ир-егеткәй менән ат ҡайтыр,

 Ир-егеткәй менән ат ҡайтмаһа,

 Мәңге һүнмәй торған дан ҡайтыр.

  (башҡорт халыҡ йыры " Азамат")

Бөйөк Ватан һуғышы йылдан - йыл алыҫлаша бара, ләкин уның шаңдауы кешеләргә әле лә тынғылыҡ бирмәй. Илебеҙҙәге бар ғаилә һуғыш михнәттәрен татый. Бөйөк Ватан һуғышы тарихыбыҙҙа мәңгелеккә урын ала.

"Һуғыш" һәм "тыныслыҡ" темалары йөкмәткеле, ҡатмарлы әммә ләкин, беҙ, балаларға йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, аңлатырға бурыслыбыҙ.

Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы (15 август 1899 йыл — 23 февраль 1943 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се (һуңынан 16-сы Чернигов гвардия дивизияһы) Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусы һәм 1941 йылдың декабренән 1943 йылдың февраленә тиклем уның командиры

Таһир Тайып улы Кусимов 14.02.1909 - 10.05.1986.й.

Кусимов полкы 77 дошман һалдатын, ике офицерын һәм күп кенә техникаһын, ҡоралын ҡулға төшөрә. Был алыштан һуң Таһир Күсимов III дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә, 1944 йылдың 15 ғинуарында Таһир Тайып улы Күсимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Атһыҙ башҡорт - ҡанатһыҙ ҡош кеүек, Ат - башҡорттоң ғүмер юлдашы. Бөйөк Ватан һуғышында генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге башҡорт атлы дивизияһы ла мәңгелек дан яулай. СССР дәүләтендә төҙөлгән милли дивизияларҙан тик башҡорттар ғына үҙ ғәскәри берәмеген һаҡлап, Берлинғаса барып етеп, Одер, Эльба һәм башҡа немец йылғаларында аттарын һуғаралар. Телевизорҙан Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы бер тапшырыуҙа ошо дивизия яугирының: «Беҙҙең үҙебеҙҙең аттарыбыҙ шундай аҡыллылар, яу яланында авиация бомбаға тота башлаһа, йәки артиллерия ата башлаһа, хужаһы менән бергә кәрәк ваҡытында ергә ята ла ҡуя торғайны. Аҙағыраҡ яуҙарҙа аттарыбыҙ күпләп ҡырылғас, дивизияға ҡаҙаҡ, монгол, тува аттарын килтерҙеләр, әммә улар ҡурҡаҡ булып сыҡтылар һәм атыш башланһа, өркөп саба башларҙар ине», – тип башҡорт аты тураһында һоҡланып һәм уларҙы йәлләп, күҙҙәре йәшкәҙәп, һөйләгәндәр.

Башҡорт аты ҡыйыу, тәүәккәл, тырыш, түҙемле, тыңлаусан, хужаһына ышаныусан. Өйрәтеүгә тиҙ күнегә. Был сифаттары аша ул юғары баһалана. Оҙаҡ ваҡыт шәп сабып йәки йылдам юрғалап барыу һәләте 1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында яҡшы билдәләнелә. Был һыбайлыға уҡтан мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек биргән. Төрлө күнегеүҙәр аша башҡорттар аттарын һуғыш йөрөштәренә махсус тәрбиәләгәндәр.

Утты,һыуҙы кисеп үткән, ҡаһарман

Керчь атына мәңгелек дан!

Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарын иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине лә

Тыуған ил!

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, "Керчь " һуғышҡа алына. Һуғыш михнәттәрен хужаһы гвардия мойоры Фәттәхов Ибраһим Ислам улы менән бергә үтә. Иҙел, Дон ,Висла,Одер, Шпрее йылғаларының кисеп сыға, ике мәртәбә яраланы. Хатта ысын яугир кеүек хәрби лазеретта ла ятып сыға, тағы ла яугирҙар сафына баҫа

Яугир ат барлыҡ хәрби командаларҙы ла яттан белә: кәрәк саҡта ята, хәүефле урындарҙы сабып үтә. Немец самолеттарының тауышын кешенән алда һиҙеп иҫкәртә.

Һуғыштың михнәтле юлдарында ныҡ ябыҡҡан саҡтары ла була. Яугирҙар ни күрһә, Керчь та шуны күрә. Хужаһын бер нисә тапҡып ут эсенән алып сыға.

Еңеү көнөн Керчь Бранденбург ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта ҡатнашҡан аттарҙы кере ҡайтарыу тәртибе булмаһа ла Керчты тыуған иленә ҡайтарыуҙы Советтар Союзы маршалы Будённый Семён Михайловичтан һорайҙар. Шулай итеп, Кировобад ҡалаһынан вагонда Башҡортостанға оҙатыла. Керчь Башҡортостанға ҡыйтарыла .

112-се Башҡорт атлы дивизияһы башлыса башҡорт аттары менән тулыландырыла. Башҡорт кавалерия дивизияһында яу юлы, һуғыш юлдарын үткән, яуҙа һәләк булған аттарҙы йәлләп, иларҙар һәм шул уҡ ваҡытта шул аттар менән һоҡланырҙар ине.

Бөйөк Ватан һуғышына Башҡортостандан 72 мең ат алына. Бына шулай итеп данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының берҙән-бер айғыры Керчь тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Башҡа аттар Әзербайжан республикаһының Нахичеван колхоздарына таратыла. Уҙған быуаттың 50-се йылдарына тиклем улар унда төрлө хужалыҡ эштәрендә ҡатнаша.

#Ирегеткәйменәнатбашы

#ИҫкеСибайСулпылар



Оставить сообщение
Последние новости
2025-01-16
18+
Межрайонная ИФНС России № 39 по Республике Башкортостан (регистрирующий орган) приглашает всех желающих принять участие в вебинаре, который состоится 23.01.2025 в 11-00.
Межрайонная ИФНС России 39 по Республике Башкортостан (регистрирующий орган) приглашает всех желающих принять участие в вебинаре, который состоится 23.01.2025 в 11-00. На вебинаре будут рассмотрены вопросы: 1 Порядок и условия исключения из
121
2025-01-16
18+
ПРЕСС-РЕЛИЗ почта России
ПРЕСС-РЕЛИЗ 16 января 2025 г. Уфа Жители Башкирии написали Деду Морозу более 7 000 писем Послания от детей и взрослых, адресованные главному зимнему волшебнику в Великий Устюг, поступали в почтовые отделения республики в течение всего
141
2025-01-16
18+
Как подать декларацию 3-НДФЛ в личном кабинете налогоплательшика
В электронном виде подать налоговую декларацию по форме 3-НДФЛ возможно с помощью сервиса ФНС России Личный кабинет налогоплательщика для физических лиц. На главной странице Личного кабинета налогоплательщика нужно выбрать вкладку Доходы,
132
2025-01-16
18+
Будьте бдительны! Противодействие преступлениям, совершаемым с использованием информационных технологий и методов социальной инженерии
Уважаемые жители города и района! Будьте внимательны, не дайте себя обмануть! остерегайтесь мошенников, которые совершают преступления с использованием информационных технологий и методов социальной инженерии. Дополнительные
176
2025-01-15
18+
Меры поддержки участников специальной военной операции и членов их семей
Меры поддержки участников специальной военной операции и членов их семей 1. Распоряжением Главы Республики Башкортостан от 11.10.2022 РГ-415 (в ред. от 19.08.2024) утвержден План мероприятий по оказанию содействия участникам специальной военной
140
2025-01-14
18+
Какой должна быть минимальная зарплата в республике в 2025 году
Какой должна быть минимальная зарплата в республике в 2025 году? С 1 января наступившего года минимальный размер оплаты труда составляет 22 440 рублей в месяц. В республике на эту сумму должен быть начислен районный коэффициент. - Обязанность
132