18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Тәңкәле_ҡыҙ_конкурсы2024

21:04 21.02.2024 16+
2545


Бөгөн Мерәҫ ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың ижадына арналған «Тәнкәле ҡыҙ» конкурсының төбәк этабы үтте. Сәхнә түрен Ярат, Йомаш, Юлыҡ, Ишбирҙе, Ишмырҙа, Ҡаратал, Аҡморон, Мәрәҫ ауылдарының һылыу, уңған, рухлы ҡыҙҙары биҙәне. Бәйгене асып, Мерәҫ ауылы хакимиәте башлығы Нәҙербаев Шамил Сәғәҙей улы конкурсанттарға уңыштар теләне. Һәр бәйгесенең сығышы конкурстың шартына тап килде: үҙе менән таныштырыу бәйгеһендә ҡыҙҙар үҙҙәренең талантын, саялығын күрһәтһә, Башҡортостан әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенә ҡығылышлы һорауҙарға бәйгеселәр тулы һәм дөрөҫ яуаптары менән ҡыуандырҙы. Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәренең геройы образында сығыш яһалды һәм монолог уҡылды. Башҡорт халҡының милли колоритын сағылдырып стилләштереп тегелгән милли кейемдәге ҡыҙҙарҙың сығышы тамашасының күңеленә айырыуса хуш килде. Сәмле бәйгелә 1-се урынды Мерәҫ ауылы ҡыҙы Розалина Дауытбаева яуланы, ә 2-се урынды иһә Йомаш ауылы ҡыҙы Камила Тойғонова һәм Ярат ауылынан Айһылыу Мырҙаҡаева бүлеште. 3-сө урын Ҡаратал ауылы ҡыҙы Нурания Йәнбирҙинаға бирелде.

“Гүзәллек “ номинацияһында Сәриә Маннапова (Юлыҡ ауылы), “ Телһөйәр” номинацияһында Инга Ноғоманова (Аҡморон), “Өмөт” номинацияһында – Гөлиә Ильбулова, “Сәхнә оҫтаһы” номинацияһында Илсиә Нурғәлина еңеү яулап, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр һәм конкурстың символы булған тәңкә-сулпылар менән бүләкләнделәр. Бәйге ойошҡанлы һәм юғары кимәлдә үтте. Фотолар ? https://vk.com/album262152473_304146566

Оставить сообщение
Последние новости
2025-07-31
18+
Электронный сервис ФНС России – помощник в решении вопросов граждан
Часто возникают ситуации, когда не знаешь где взять информацию об открытых счетах в банках, о полученных доходах и уплаченных налогах, и произвел ли работодатель отчисления в социальный фонд. Ответы на эти и другие вопросы можно найти в
270