Халыҡ-ара туған телдәр көнө
01:04 22.02.2024 16+
Халыҡ-ара туған телдәр көнө.
Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаhы - әсә теле бар. ЮНЕСКО тәҡдиме менән 1999 йылдан алып 21 февраль – Халыҡ - ара туған телдәр көнө тип иғлан ителгән.
Ошо уңайҙан ҡаланың 2-се һанлы мәктәбендә Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Илмөхәмәтов Әхәт Ғәлим улы һәм райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашлығында “Әсәм теле-сәсән теле” тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте.
Уҡытыусылар мәктәптәрҙә төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙың йыш үткәрелеүе балаларҙың телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуын билдәләне. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә балаларҙың һөйләм телмәрен үҫтереүҙә ҡыҙыҡлы алымдар ҡулланыуы тураһында үҙҙәренең ҡыҙыҡлы эш тәжрибәһе, уҡытыу методикалары менән бүлеште.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусы уҡытыусылар араһында ысын мәғәнәһендә йәнле һөйләшеү булды. Телем, илем, халҡым тип янған, һәр яңылыҡты күтәреп алған алдынғы уҡытыусылар килгән ине бында. Һәр ижади эшләүсе уҡытыусы үҙенең кәрәк тип таныған эш алымы менән ихлас бүлеште.