Оҫта ҡулдар ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле
21:19 28.02.2024 16+
Оҫта ҡулдар ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле.
Ағинәйҙәр ойошмаһының ағзаһы Ишһылыу Рысҡужина ғәҙәти туҡыманан, тәңкә һәм сәйләндән ысын мөғжизә тыуҙыра. Ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңған ханым. Энә, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, сигеү булһынмы - барыһы ла ҡулынан килә уның.
Заманса алымдар менән башҡарылғандарын ул башта журналдарҙан ҡарап, һуңынан интернеттан күреп өйрәнә.
Һуңғы арала халҡыбыҙҙың үҙ асылына әйләнеп ҡайтып, милли кейемдәрҙе, биҙәүестәрҙе тергеҙеү кеүек изге эш башҡарыуы күҙәтелә.
Яратҡан шөғөлөм йән тыныслығы бирә, уйҙарҙы тәртипкә һалырға ярҙам итә. Тик кенә ултырып телевизор ҙа ҡарай алмайым, ырғаҡ, энәләрем - һәр ваҡыт ҡул осонда,- ти Ишһылыу апай.
Күҙ нурҙары түгеп, һөйөү менән башҡарылған эштәр матурлыҡҡа әйҙәй, күңел күтәренкелеге бирә. Ишһылыу Рысҡужина кеүек оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ барында ҡул эшенә маһирҙар рәте тулыланыр, был шөғөл киләсәк быуындарға мираҫ булып тапшырылыр.
Последние новости
ПРЕСС-РЕЛИЗ почта России ПРЕСС-РЕЛИЗ
16 января 2025
г. Уфа
Жители Башкирии написали Деду Морозу более 7 000 писем
Послания от детей и взрослых, адресованные главному зимнему волшебнику в
Великий Устюг, поступали в почтовые отделения республики в течение всего