18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

"Башҡортостаным | яңылыҡтар" төркөмө "Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек" конкурсын иғлан итә!

21:22 28.02.2024 16+
699
"Башҡортостаным | яңылыҡтар" төркөмө "Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек" конкурсын иғлан итә!

Халҡыбыҙ борон-борондан, ниндәй генә ауыр замандар килмәһен, йыр-моңдо юлдаш иткән, һынауҙарҙы йырҙар менән үткән. "Башҡортостаным | яңылыҡтар" төркөмөндә донъя күргән үҙешмәкәр йырсыларҙың видеояҙмалары ла һәр саҡ халыҡ иғтибарын һәм һөйөүен яулай. Артабан да профессиональ булмаған талантлы йырсыларҙы асыҡлау маҡсатында "Ауырлыҡтарҙы йырҙар менән еңәйек" бәйгеһен үткәрергә ҡарар иттек.

Конкурста 16 йәште үткән һәүәҫкәр йырсылар ҡатнаша ала.

Бының өсөн bash.yaniliktar@mail.ru адресы буйынса электрон почтаға үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт (мотлаҡ рәүештә исем-шәрифегеҙ (ФИО) тулыһынса, телефон номерығыҙ) ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ йыр төшөрөлгән видеояҙманы үҙегеҙҙең сәхифәгеҙгә һалыу һәм уның һылтанмаһын ебәреү талап ителә. Йыр тере тауыш менән берәй музыка ҡоралы оҙатыуында йә «минусовка»ға башҡарылырға мөмкин.

Ғаризалар 23 мартҡа тиклем ҡабул ителә.

Приз фонды - 10 мең һум.

Еңеүселәрҙе төркөмөбөҙ яҙылыусылары һайлап аласаҡ. Тауыш биреү "Башҡортостаным | яңылыҡтар" төркөмөндә 23 марттан 5 апреллгә тиклем барасаҡ. Һөҙөмтәләр буйынса өс еңеүсе билдәләнәсәк. Һәр бәйгесегә рәхмәт хаты тапшырыласаҡ. Бүләкләү тантанаһы Өфө ҡалаһында үтәсәк.

Оставить сообщение