#2024_ГодСемьи# ҒаиләЙылы
01:22 29.02.2024 16+
# ҒаиләЙылы
5-се һанлы белем биреү мәктәбендә Иҙелбаева Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы ғаилә йылына арналған билдәле үҙешмәкәр композитор, шағир, ҡурайсы һәм бөтә музыкаль инструменттарҙа ла оҫта уйнаған Хәсәнов Рәмил Сәфәрғәле улы менән матур осрашыу үткәрҙе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, ҡурайсы-сәсән, ҡурайсылар, ҡумыҙсылар һәм йырсылар республика бәйгеһе лауреаты, бик күп шиғырҙар авторы Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәнов "Шәхестәре менән данлы, Баймағым" исемле осрашыуҙа уҡыусыларға ғаилә ҡиммәттәре хаҡында һөйләп үтте, баланың булмышына ғаиләлә нигеҙ һалына икәнен үҙенең йыр-моңға булған һәләте менән күрһәтте, әрме хеҙмәтендә әсәһенә арнап яҙҡан йырын йырлап һоҡландырҙы. Ысынлап та, ниндәй генә музыкаль инструментты алһа ла, уҡыусылар тын да алмай тыңлап ултырҙы. Ҡунаҡ ашы ҡапма-ҡаршы тигәндәй Рәшиҙә Сәфәрғәле ҡыҙы етәкләгән "Шатлыҡ", "Ынйылар" фольклор берекмәһе уҫыусылары ла бик матур сығыш яһаны. Кисәнән рухи байлыҡ алып сыҡты һәр береһе. Хаҡлы ялда булған уҡытыусы уҡыусыларҙы хөрмәтләп килгәне өсөн рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.