18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Бар булмышы менән уҡытыусы

01:38 08.03.2024 16+
701
Бар булмышы менән уҡытыусы

Уҡытыусыны, үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ өләшеүсе шәм, тиҙәр. Был һүҙҙәр Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләүсе Гөлфиә Баймөхәмәтоваға төбәп әйтелгән кеүек. Тәжрибәле педагог йәштәр өсөн – остаз, уҡыусыларына шәп уҡытыусы, коллегаларына һәр яҡлап өлгө лә, кәңәшсе лә, ярҙамсы ла, психолог та.

Гөлфиә Юлмөхәммәт ҡыҙы 1969 йылдың 6 мартында Учалы районының Баттал ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 10 йәштән атаһынан тороп ҡалған Гөлфиәне һәм уның өс туғанын әсәһе яңғыҙы лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтерә. Бының өсөн ул әле лә әсәһенә рәхмәтле.

Башланғыс класҡа туған мәктәбенә барһа ла, урта белемде ул апаһы Зөлфиә менән Белорет мәктәп-интернатында ала. Бында уҡыу уға бик оҡшай. Башҡорт һәм рус телдәре, әҙәбиәте, инглиз теле дәрестәрен ҙур теләк менән өйрәнә. Бала сағынан китап менән дуҫ булған ҡыҙ мәктәп китапханаһынан сығышмай. 7-се класта уҡып йөрөгәндә бер төркөм уҡыу алдынғылары менән бергә Кавказға – Төньяҡ Осетияға путевка менән ял итергә барып ҡайта.

1985 йылда 10-сы класты уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Күңелле студент тормошо, тырышып уҡыуҙар, практика, төҙөлөш отрядында йөрөүҙәр – барыһы ла күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Тап ошо йылдарҙа ул тормош иптәшен осрата. Баймаҡ егете Фәнзил Баймөхәмәтов был ваҡытта Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡып йөрөгән була. Бер осорҙа диплом алып, 1990 йылда өйләнешәләр.

Йәш белгестәр хеҙмәт юлын Аҡморон ауылында башлай. Бындағы мәктәп коллективы йәш, тәжрибәһеҙ башҡорт теле уҡытыусыһына һәр саҡ ярҙам итә, кәңәштәрен бирә. “Иҫемдә, тәүге асыҡ дәресте ҡарағандан һуң, оло ғына уҡытыусы: “Һеҙҙе нисек телевидениеға эшкә алып ҡалмағандар? Тауышығыҙ дикторҙыҡы һымаҡ бит”, – тине. Был һүҙҙәрҙе аҙаҡ Учалыла ла күп тапҡыр ишетергә тура килде. Әммә мин уҡытыусы юлын һайлағанға һис үкенмәйем. Йылдар үтеп, элекке уҡыусыларың осраһа, улар һине иң яҡын кешеһе һымаҡ ҡосаҡлап ала, рәхмәт әйтә. Ҡайһылары хатта бала саҡ шуҡлыҡтары өсөн ғәфү үтенә. Урыҫ балалары башҡортса: “Һаумыһығыҙ”, тип сәләмләһә, күңелемә рәхәт булып китә”, – ти.

90-сы йылдарҙа илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороуҙар башланып, совхоз тарҡалғас, тормош иптәше эшһеҙ ҡала. Шуға ла ғаилә Учалыға күсергә ҡарар итә. Бында икеһенә лә эш табыла. Ҙур коллективта уртаҡ тел табып, Гөлфиә Юлмөхәмәт ҡыҙы башкөллө эшкә сума. Драма түңәрәге алып бара. Сценарийҙар төҙөп, төрлө йолалар сәхнәләштерә, балалар менән конкурстарҙа ҡатнаша.

Шулай ҙа Баймөхәмәтовтар ғаиләһе 2019 йылда ҡабаттан Баймаҡҡа күсеп ҡайта. Маҡсаты – ҡайны-ҡәйнәһенә терәк булыу. Әмәлгә ярағандай, ҡалала өр-яңы мәктәп асылған осорға тура киләләр. 5-се мәктәптә тәжрибәле уҡытыусы балаларға рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыта башлай.

Ошо көндәрҙә Гөлфиә Юлмөхәмәт ҡыҙы 55 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Тормош ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан, мәктәптә 30 йылдан ашыу белем биргән уҡытыусы бөгөнгө көнө менән ҡәнәғәт. Һәр ваҡыт таянысы булған тормош иптәше янында. Берҙән-бер ҡыҙы менән кейәүе ейәнсәр бүләк итеп һөйөндөргән. Әсәһе, ҡәйнәһе, яҡын туғандары имен-һау. Коллегалары, уҡыусылары, ата-әсәләр хөрмәт итә. Ошонан да ҙур бәхет булыуы мөмкинме икән?! Һөйкөмлө, ҡәҙерле коллегабыҙға иң изге ҡотлауҙар еткереп, арымай-талмай беҙҙең менән бергә тағы ла оҙаҡ йылдар эшләүен теләйбеҙ.

Венера ҠАСҠЫНОВА,

5-се мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Оставить сообщение