18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#БаймакскийрайонБилялово #БаймаҡрайоныБилал #лыжныегонки #Саңғыярышы

01:10 10.03.2024 16+
888


Билалда саңғы ярышы ғына түгел, сәләмәтлек байрамы үтте

Баймаҡ районы Билал ауылында иң шәп спорт төрө булған саңғы ярыш үтте. Был төр спорт ярышы тәүгә генә үтмәй беҙҙә. Әгәр иҫегеҙҙә булһа, тәүге йыл тап ошондай ярыш 3! тапҡыр үткәрелгәйне, былтыр февраль айында, быйыл иһә өсөнсө тапҡыр 9 март үткәрелде.

Ярышта Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондарынан, Баймаҡ, Сибай ҡалаһынан, күрше ауылдарҙан бөтәһе 96! саңғысы үҙенең таһыллығын, сослоғон һынаны. Байрамдан ярыш сәме, күңелдәренә илһам, көс, дәрт алып ҡайтты улар.

Һәр ярыштың үҙенең ойоштороусыһы, бағымсыһы була. Уҙған йылдарҙа саңғы ярышында үҙен шәп ойоштороусы итеп танытҡан Өфө ҡалаһының сауҙа иҡтисад колледжының физкультура уҡытыусыһы, ауылдашыбыҙ Ғайсин Артур Марсель улы был юлы ла төп ойоштороусыларҙың береһе булды.

(ярыш тураһында тулы материал саҡ ҡына һуңғараҡ буласаҡ)

Оставить сообщение