Дәүләт киләсәге – һеҙҙең ҡулда!
Рәсәй Президентын һайлау - илебеҙ тормошондағы мөһим сәйәси ваҡиғаларҙың береһе.
Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән Рәсәй Президентына тауыш биреү өс көн дауамында барасаҡ, йәғни 2024 йылдың 15, 16, 17 мартында үтә.
Дәүләтебеҙ тарихында ил халҡы һигеҙенсе тапҡыр Рәсәй Президентын һайлаясаҡ. Ул алты йылға һайлана, йәғни ул 2030 йылға тиклем етәкселек итәсәк. Президент инаугурацияһы 2024 йылдың 7 майына билдәләнгән.
Өс көндөң береһендә тауыш биреү һайлаусыларға уңайлы ваҡытты билдәләү мөмкинлеген бирә, электораль процедураларҙың асыҡлығын тәьмин итә. Һайлаусылар өсөн тауыш биреүҙә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Ғәҙәттәгесә, тауыш биреү өсөн һайлау кампанияһында ҡатнашыусы кандидаттар тураһында мәғлүмәт теркәлгән бюллетень биреләсәк.Рукописи не рецензируются и не возвращаются.
При цитировании материалов ссылка на газету обязательна.
В титульной части сайта использована фотография автора с ником Тутыйғош, лицензия CC-BY-SA-4.0
За содержание и достоверность объявлений редакция не отвечает.
Мнение авторов может не совпадать с мнением редакции.
E-mail: info@ilesh-baimak.ru 18+
© Информационное агентство Инфорос, 2010 – 2025
