18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Бөтә_донья_шиғриәт_көнө

00:38 22.03.2024 16+
1991


      21 мартта Аҡморон ауыл китапханаһында Бөтә донья шиғриәт көнөнә арналған әҙәби-ҡунаҡхана үтте. Сарала ҡатнашыусы шиғри күңелле Минзифа Таулыҡаева, Нәсимә Каһарманова,  үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырып, фекер алышып, уй-хисәтре менән бүлештеләр. Уларҙың хисле, наҙлы, тәрән йөкмәткеле  шиғырҙары  яҙҙы көткән йөрәктәргә  шифа булып, күңелдәрҙе байытты. Шулай уҡ Ф.Абдуллина шиғырҙары менән Фаягөл Таулыҡаева, Айгөл Ишемғужина шиғырҙары менән Шәһиҙә Рысҡужина  апай сығыш яһаны. Йәмил Сәйҙәлиевтың "Баймағымда алһыу таң ата" китабына байҡау яһаныҡ. Әҙәби- ҡунаҡханаға килгән һәр кеше үҙенең күңеленә ятҡан  әҫәре  менән сығыш яһап сараға үҙенә күрә бер йәм өҫтәне.

     Онотолмаҫлыҡ  минуттар бүләк иткән өсөн барлык әҙәбиәт һөйөуселәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ шундай матурлыҡҡа, әҙәбиәткә ғашик кешеләр менән аралашыуыбыҙға бик шатбыҙ.

Оставить сообщение