18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Юбиляр#БашҡорттелеУҡытыусыһы#БЛИ

05:01 29.03.2024 16+
668


Ғүмер буйы кешеләрҙе матурлыҡҡа, яҡтыға, дөрөҫлөккә әйҙәү - ысын уҡытыусының йәшәү девизы. Уҡытыусы – ул тормошҡа дөрөҫ юл күрһәтеүсе, тормош һорауҙарына яуап бирергә ярҙам итеүсе остаз да, ғилем усағын дөрләтеүсе ялҡын да. Ул - илһамланып, ҡанатланып, донъяға аҡ нур сәсеп йәшәүсе шәхес. Уҡытыусы булыу – ул тырыштарҙың булмышы.

Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрүр, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡтар һәм һәр береһе ирекһеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрүр ағастарҙың шаулап үҫеүе уҡытыусыларҙан тора ла инде.

Һүҙем Баймаҡ лицей-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Йәнбирҙина хаҡында булыр. Ошо көндәрҙә талантлы остаз, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһы, ата-әсәләрҙең хөрмәтендә булған абруйлы педагог 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.

Биографияһы: Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы Әбйәлил районының Бикҡол ауылында тыуған. Уңған һәм тырыш ғаиләнең алты балаһы араһында шатлыҡҡа, бәхеткә, һөйөүгә сорналып үҫә. Мәктәп йылдары, аҙаҡ БДУ студенткаһы һәм бына дүртенсе тиҫтә йыл Баймаҡ ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй, 2003 йылдан алып Баймаҡ лицей-интернатында уҡыта. Коллегалары уны үҙ эшенең оҫтаһы, уҡыусыларға ихтирам менән ҡараған остаз, абруйлы, ғәҙел һүҙле, ярҙамсыл тип хөрмәт итәләр.

Ҡаҙаныштары: Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙының уңыштары ошондай наградалалар менән баһаланған: Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2010), Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыһы(2016), Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы(2017), Рәсәй Федерацияһы белем биреү өлкәһенең почетлы хеҙмәткәре (2022) Үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы тапшырған күп һанлы дипломдар, рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған алдынғы уҡытыусының хеҙмәте.

Хеҙмәте: Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы балаларҙы олимпиадаларға һәм төрлө конкурс-ярыштарға әҙерләүгә күп көс һала.Туған тел буйынса үткәрелгән Төбәк-ара олимпиадала еңеүселәре, приҙерҙары бихисап.Уның уҡыусылары район һәм республика кимәлендә ойошторолған бәйгеләрҙә һәр саҡ еңеүсе булып таныла,был инде педагог эшмәкәрлегенең төп һөҙөмтәһе булып тора. Шулай уҡ, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты үткәргән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙенең эш тәжрибәһе менән ихлас бүлешә,хеҙмәттәре төрлө йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе. "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашыусы уҡытыусылар өсөн үткәрелгән семинарҙарҙа методик кәңәштәре менән сығыш яһай."Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм республиканың дәүләт телдәрен һаҡлау һә үҫтереү"дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары конкурсында еңеп сығып, интерактив таҡта менән бүләкләнде.

Ғүмерен балаларға әсә телен өйрәтеүгә бағышлаған уҡытыусыға, лайыҡлы рәүештә, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан "Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе"тигән маҡтау грамотаһы тапшырылды.Үҙ эшенә мөкиббән педагогтың хеҙмәте, ысынлап та, емешле. Шуға күрә ул ата-әсәләр,уҡыусылар һәм коллегалары араһында оло ихтирам яулаған ысын уҡытыусы.

Һүҙ – юбилярға: «Башҡорт теленең нәфислеген нәҫелемдән тойһам, уның тәрәнлеген, бөйөклөгөн аңларға өйрәтеүсе изге күңелле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларыма – белем орлоҡтарын сәсеүсе кешеләремә рәхмәтлемен һәм уларға бурыслымын. Йөрәк йылыларын, йәмғиәттәге ғәҙеллекте һәм ялғанды, яҡшылыҡты һәм яманлыҡты, өҫтөнлөктө һәм түбәнлекте, намыҫлыҡты һәм намыҫһыҙлыҡты күрергә өйрәтеп, күңелемә һеңдерә килделәр. Заманалар алға барған һайын, уҡытыусыға талаптар ҙа арта. Ошондай ваҡытта уҡытыусы эшен һайлап та, мәктәптәге ауырлыҡтарҙан ҡурҡып, был һөнәрҙән ситләшкәндәр ҙә етерлек. Яҙмышым туған телебеҙ менән бәйләнгән икән, уның яҙмышы, киләсәге өсөн ныҡ борсолам. Беҙҙе борсоған, уйландырған һорауҙар байтаҡ. Билдәле булыуынса, бөгөнгө көндә иң осло торған киҫкен мәсьәләләрҙең береһе – туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу, үҫтереү, камиллаштырыу, донъя кимәленә күтәреү. Был туған тел уҡытыусыларының ғына түгел, үҙенең милләтен таныусы, халҡы яҙмышы өсөн борсолоусы һәр кешенең бурысылыр. Халыҡтың телгә булған мөхәббәтенә ҡарап, кешенең мәҙәни кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә баһа бирергә мөмкин. Уҡыусылар күңеленә изгелек орлоҡтары һалырға тырышам. Балалар менән уңыштарға ынтылабыҙ, еңеүҙәрҙе уртаҡлашабыҙ. Киләсәктә үҙем уҡытҡан балалар яҡшы кеше булып, йәмғиәттә һәр береһе үҙ урынын тапһа, минең өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел. Ышанам: илде тоторҙай ир-егеттәр һәм ҡыҙҙар, туған телде һаҡлап, ҡәҙерләрҙәй юғары рухлы шәхестәр, үҙ еренең ысын патриоттары үҫеп сығыр мин уҡытҡан балалар араһынан», -ти тәжрибәле остаз.

Фекер: Һәр бер тарихи дәүер туған телдәр уҡытыусыһы алдына яңы талаптар ҡуя. Бөгөнгө уҡытыусы заман менән бергә атлап, заманса дәрес бирергә, яңы талаптарға яуап бирергә тейеш. Яңы информацион-технологик дәүер уҡыусыларҙан яҡшы белем, компьютерҙы белеү, белгәнеңде тормошта ҡуллана алыуҙы, юғары интеллектуаль үҫеш кимәле, етдилек һәм яуаплылыҡ, туған телде һәм бер нисә сит телде белеүҙе талап итә. Быларҙың барыһының да нигеҙендә туған тел ята. Тағы бер мәсьәләгә иғтибар итергә кәрәк: тел менән аң бер-береһенә тығыҙ бәйләнештә тора, улар бергә үҫә, бергә камиллаша. Бүтән бер фән дә, тел кеүек, аң менән шундай тығыҙ бәйләнештә түгел. Тел кешенең аҡыл һәләтен үҫтереүҙә әһәмиәтле сара булып иҫәпләнә. Бына шуға ла тел ғилемен өйрәнеүҙең әһәмиәте айырыуса ҙур, бына шуға ла мәктәптә туған тел уҡытыуға ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Бына шуға ла, тел һағында тороусылар өсөн, киләсәк быуынға телебеҙҙең матурлығын еткереүселәр өсөн, бурыс бүтән фән уҡытыусыларыныҡына ҡарағанда яуаплыраҡ. Башҡорт теле уҡытыусыларын беҙ Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы һынында күрәбеҙ: әҙәп, намыҫ, күркәм төҫ, нурлы ҡараш һәм иң мөһиме, үҙ эшен бөтә күңеле менән яратып, һөнәренә тоғро ҡалып, кинәнес табып йәшәүсе ул.

Йомғаҡлау: Тормош бөгөн һеҙгә лайыҡлы ике “5”не ҡуя, Сәлхиә Нурмөхәмәт ҡыҙы. Бәлки, барыһы ла шыма ғына булып тормағандыр, сөнки был бит мәктәп – күпме яуаплылыҡ, күпме бөртөкләп йыйылған хеҙмәт, ләкин һеҙ барыһын да үҙегеҙҙең ныҡышмалылығыҙ, тырышлығығыҙ менән алдырғанһығыҙ. Артабан да шулай дәртле булып, уҡыусыларығыҙға юл ярып, арымай-талмай эшләргә яҙһын.

Иң изге теләктәр менән 2016 йылғы сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре исеменән Венера Ҡасҡынова.

Оставить сообщение