18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Башҡортостандың Милли музейында Башҡорт бейеүе легендаһы - Рәшиҙә Туйсина күргәҙмәһе

01:54 12.04.2024 16+
567
Башҡортостандың Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы - Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһе

19 апрель сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина»* тип аталған уникаль күргәҙмә асыласаҡ.

Шведтар уны «Урал ынйыһы», француздар «Мадам Грация», үҙебеҙҙекеләр «Башҡорт бейеүе алиһәһе», «Башҡорт мәҙәниәтенең феномены» тип данлай.

Хореографик белеме булмаған ябай ауыл ҡыҙы нисек сит ил залдарын хайран итә алған? Билдәле «Заһиҙә» бейеүенең тарихы ниндәй серҙәр һаҡлай? Нисек мәңге йәш булып ҡалырға? Ошо һәм башҡа ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар - «Башҡорт бейеүе легендаһы - Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһендә.

Шулай уҡ экспозицияла легендар бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның шәхси биҙәүестәрен, сәхнә кейемдәрен күрергә, һәләтле ғаилә династияһы менән танышырға мөмкин буласаҡ.

Күргәҙмәнең асылыу тантанаһында олуғ шәхес менән осрашыу көтөлә, шулай уҡ ул тәрбиәләгән йондоҙҙар - Салават Мөхәмәтйәров, Айгөл Әсәҙуллина, Ирада Ҡадырова һәм Зайнетдин ҡатнашасаҡ.

«Башҡорт бейеүе легендаһы – Рәшиҙә Туйсина» күргәҙмәһе ағымдағы йылдың 12 майына тиклем эшләйәсәк.

* РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1978) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы (2008), Салауат Юлаев (1973) һәм Ғ.Сәләм исемендәге премиялар лауреаты (1968), Софияла уҙған IX Бөтә Донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә алтын миҙал яулаусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2012).

Оставить сообщение