18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Милли музейҙа диктант яҙыусылар өсөн шәп яңылыҡ!

02:30 25.04.2024 16+
629
Милли музейҙа диктант яҙыусылар өсөн шәп яңылыҡ!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Өфө фән һәм технологиялар университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге менән берлектә 27 апрель «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2024» акцияһын үткәрә.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант онлайн һәм оффлайн форматта уҙғарыла. Акцияла ҡатнашырға теләүселәр Башҡортостандың Милли музейында диктант яҙа ала.

Музейҙың Баш һаҡлаусыһы-Зилә Фәсим ҡыҙы Ниғмәтуллина фондтан тарихи шәхестәрҙең ручка һәм башҡа яҙыу ҡулайламаларын алып сығып күрһәтеп, уларҙың ҡыҙыҡлы тарихтарын һөйләп ишеттерәсәк! Яҙыу ҡәләм-ручкалар хужалары араһында - "Шүлгән-таш" мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе беренсе булып күреп, бар доньяға танытыусы биолог-ғалим А.В.Рюмин да бар.

Милли музейҙа тарихи экспонаттарҙы күреп-танышып, диктант яҙырға мөмкин.

Диктант яҙырға теләүселәрҙе 27-се апрель сәғәт 11:00-гә көтөп ҡалалар.

Оставить сообщение