18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#башҡорттелендәдиктант

06:57 30.04.2024 16+
690




27 апрелдә беҙҙең Муллаҡай мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант-2024” яҙыу акцияһында ҡатнашты.

Был акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү.

Халыҡ-ара белем биреү акцияһының девизы «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы». Ҡатнашыусылар яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың «Бала саҡтың илаһи таңдары» тип аталған әҫәренән диктант яҙҙылар.

Башҡорт теле – һәр яҡлап үҫешкән телдәрҙең береһе. Туған телдә халыҡтың тормошо, тарихы һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Халҡыбыҙҙың бар рухи байлығын сағылдырған, телебеҙгә бөтмәҫ һөйөү тәрбиәләгән, изге маҡсатлы күркәм сарала ҡатнашыу беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Диктантты Юламанова Р.Р., Яҡшыбаева З.Г., Ишимова Р.М. уҡыны .

Оставить сообщение